Кемерово ҡалаһында булған фажиғәле хәлдәр менән бәйле, район прокуратураһы Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге дәүләт учреждениеһы менән берлектә халыҡ күпләп йыйылған объект урындарына сығып, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерҙе.
Райондың Көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты, “Ғаилә” сауҙа комплексы, “Янғантау” шифаханаһы, “Газпром трансгаз Уфа” йәмғиәте ЛПУ-һы, район мәҙәниәт йорто, шулай уҡ башҡа мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары ҡаралды.
Тикшереү барышында 200-ҙән ашыу ҡағиҙә боҙоу асыҡланды. Улар араһында төҙөк түгел электр ҡоролмаларын файҙаланыу,эвакуация юлдарының буш булмауы, персоналдың уҡытылмауы, халыҡты эвакуациялау буйынса күнекмәләр үткәрелмәүе кеүек ҡағиҙә боҙоуҙар билдәле булды.
Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында 8 күрһәтмә бирелде, шулар буйынса 6 кеше язаға тарттырылды. Уның үтәлешен прокуратура контролдә тота.
Шәхси эшҡыуарҙар, вазифалы кешеләр, янғын хәүефһеҙлеге талаптары өсөн яуаплыларға 6 меңдән 20 мең һумға тиклем күләмдә штраф һалынды.
Әлеге мәлдә был проблема актуаль, шуға күрә тикшереүҙәр дауам итәсәк.