Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
3 Июль 2018, 10:17

Автозаправка ябылды

Салауат районы прокуратураһы Ер законы үтәлешен тикшереү мәлендә, Силәбе өлкәһенең сигендә, “Макс” кафеһы эргәһендә, Кропачево-Мәсәғүт-Әчит юлында урынлашҡан блоклы автозаправка станцияһын тикшерҙе.

Салауат районы прокуратураһы Ер законы үтәлешен тикшереү мәлендә, Силәбе өлкәһенең сигендә, “Макс” кафеһы эргәһендә, Кропачево-Мәсәғүт-Әчит юлында урынлашҡан блоклы автозаправка станцияһын тикшерҙе.
Асыҡланыуынса, яғыулыҡ ҡойоу станцияһының ер участкаһына һәм автозаправкаға тейешле документтары булмай сыҡты. Асыҡланған закон боҙоу буйынса шәхси эшҡыуарға күрһәтмә индерелде һәм ер участкаһынан законһыҙ автозаправка алынды. Прокуратура тикшереүе материалдары нигеҙендә Росреестрҙың БР буйынса Идаралығының территориаль бүлеге тарафынан ғәйепле ун мең һум күләмендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Рәмил Асҡаров,
район прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: