Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Июнь 2018, 16:08

Депутат хөкөм ителде

Салауат районы буйынса суд участ­каһының мировой судьяһы ауыл советы депутатына ҡарата енәйәт эшенә хөкөм ҡарары сығарҙы.

Салауат районы буйынса суд участ­каһының мировой судьяһы ауыл советы депутатына ҡарата енәйәт эшенә хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ул РФ Енәйәт кодексының 139-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған (йортта йәшәүсенең иркенә ҡаршы торлаҡҡа законһыҙ кереү) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды. 53 йәшлек ирҙең, мөнәсәбәтен асыҡларға теләп, күрше ауылдағы бер ҡатындың йортона баҫып инеүе судта билдәле булды. Ҡатын бик ныҡ ҡурҡып ҡала, сөнки уның менән алдан конфликтта була, шуға өйөнә керетергә теләмәй. Ир, йорт хужабикәһен туҡмап, сығып китә.
Суд “халыҡ хеҙмәтсеһе”н 150 сәғәтлек мотлаҡ эшкә йәлеп итте. Депутат, үҙ ғәйебен танымай, хөкөм ҡарарына ялыу бирҙе. Апелляция инстанцияһы суды, хөкөм ителеүсенең ялыуын ҡәнәғәтләндермәй, суд ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.
Ҡарар үҙ көсөнә ингәс, ғәмәлдәге ҡануниәт хөкөм ителеүсе кешенең депутат статусында йөрөүен рөхсәт итмәй. Прокуратура күрһәтмә бирҙе, әле ул мәсьәлә ҡарала.
Читайте нас: