Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Июнь 2018, 12:25

Ҡаты бәғерле педагог язаһын алды

Боксит коррекцион мәктәп-интернаты хеҙмәткәре тәрбиәләнеүсегә ҡаты мөғәләмә иткәне өсөн язаға тарттырылған.

Боксит коррекцион мәктәп-интернаты хеҙмәткәре тәрбиәләнеүсегә ҡаты мөғәләмә иткәне өсөн язаға тарттырылған.
Салауат районы прокуратураһы позицияһына ярашлы суд Боксит коррекцион мәктәп-интернаты тәрбиәсеһенә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарҙы.
Ул РФ енәйәт Кодексының 156-сы статьяһында ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды (бәлиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләү буйынса тейешенсә бурыстарын үтәмәү, ҡаты мөғәмәлә итеү).
Судта асыҡланыуынса. 2016 йылдың майында мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәре үҙ вазифауи бурыстарын тейешенсә үтәмәй һәм бәлиғ булмаған балаға ҡаты бәғерлек күрһәтә. Карауатын йыйыштырмаған 10 йәшлек, аҡыл үҫешендә тотҡарлыҡтары булған, малайҙы йәштәштәре алдында тотоп алып, көс менән уның карауатына ташлай, һуңынан битенә һәм башҡа ерҙәренә һуға, ишек тотҡаһына арҡаһы менән бәрә.
Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныманы. Суд 38 йәшлек ирҙе 260 сәғәт мотлаҡ эштәргә ҡушып, өс йыл педагогик эшмәкәрлек алып барыуҙан тыйҙы.
Суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән әле.
Читайте нас: