Район прокуратураһы "Коммунальщик", "Тепловодоканал", "Аҡбуҙат" йәмғиәттәрендә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, шулай уҡ "Башнефть -Розница" ойошмаһының Өфө нефтебазаһының Мөрсәлим участкаһында хәүефле производство объектында сәнәғәт именлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен былтыр тикшергәйне.
Бындай хәүефле производство объекттарына предприятие, йәки уның цехтары, участкалары, майҙансыҡтары һәм бүтән төрлө производство объекттары ҡарай. Ундағы сәнәғәт хәүефһеҙлеге кеше һәм йәмғиәтте ошо объекттарҙағы аварияларҙан һәм уның эҙемтәләренән һаҡлауға ҡайтып ҡала. Ҡануниәтте боҙоу һәләкәткә илтеүе, һөҙөмтәлә граждандарға ауыр ҡурҡыныс эҙемтә килтереүе ихтимал.
Тикшереү мәлендә 14 федераль закондың боҙолоуы асыҡланып, 4 күрһәтмә индерелде. Уның ҡаралыуы һөҙөмтәһендә 3 кеше – дисциплинар, 3 вазифалы кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, дөйөм 60 мең һум суммала штраф һалынды. Ҡануниәткә ҡаршы килгән хоҡуҡи актҡа протест ҡуйылды.