Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
8 Февраль 2017, 17:11

Мутлашыусылар аҙым һайын

Күптәр хәҙер йәйге ялын ҡайҙалыр ситкә барып үткәрергә тырыша. Әммә сәйәхәткә юлланыр алдынан уяу булырға кәрәк.

Салауат ҡалаһында ирле-ҡатынлы пар ял итәм тип, мутлашыусылар тоҙағына эләгә. БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, улар Адлер ҡалаһында ҡуртымға торлаҡ алғанда алдана. Май айынан уҡ “Авито” сайтында үҙҙәренә кәрәкле вариантты эҙләп тапҡас, фатирҙы арендаға биреүсе менән бәйләнешкә сығалар. Уныһы инде торлаҡ хаҡын алдан банк картаһына күсереүҙе үтенә.

– Ҡатыныма, иғлан шик тыуҙыра, икенсе вариант эҙләйек, пансионаттан да торлаҡ табырға була, тинем. Ләкин ул иғландағы фотоларҙағы йортто оҡшатҡас, мин дә риза булдым, – тип аңлатҡан ҡаза күргән ир.

Ғаилә 4 мең һумды иҫәпкә күсертеп, июлдә ял итергә барырға әҙерләнә. Краснодар крайына юлға сығыр алдынан йортто ҡуртымға биреүсегә шылтыраталар. Тик абонент өндәшмәй. Һуңынан ирле-ҡатынлы улар ҡуртымға керәсәк торлаҡ урынында кафе тороуын белеп, аферистар тоҙағына эләгеүенә төшөнә. Полицияға хәбәр итәләр, аҡса күсерелгән банк картаһы Мәскәү ҡалаһында йәшәгән бер ханымдыҡы булып сыға. Әле тикшереү бара, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

Читайте нас: