Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
23 Ғинуар 2025, 12:34

15 илдән ҡортсолар кәңәш ҡора

Өфөлә беренсе “ApiGlobal” халыҡ-ара конгресы башланды. Республикабыҙҙа 12 мең самаһы ҡортсо һәм 275 мең тирәһе күс бар. Былтыр, ҡойма ямғырҙар сәбәпле уңыш аҙ булған йылда, беҙҙең Башҡортостан ҡортсолары биш мең тоннанан ашыу тауар балы алыуға өлгәште.   

15 илдән ҡортсолар кәңәш ҡора
15 илдән ҡортсолар кәңәш ҡора
Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында ҡортсоларҙың беренсе “ApiGlobal” халыҡ-ара конгресы асылды. Ул өс көн дауам итәсәк. Сарала федераль власть органдары вәкилдәре, илебеҙҙең 80 төбәгенән, шулай уҡ донъяның 15 иленән – Ҡытайҙан, Кипрҙан, Грузиянан, Сербиянан, Италиянан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан һ.б. спикерҙар ҡатнаша.

Конгресты асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараның беҙҙә үтеүе осраҡлы түгеллеген билдәләне: республикабыҙ умартасылыҡ, солоҡсолоҡ буйынса лидер, башҡорт балы – киң танылған бренд.

– Иң ҙур маҡсаттарыбыҙҙың береһе – ҡортсоларыбыҙға төрлө яҡлап булышлыҡ итеү. Ниндәй йүнәлештә эшләү кәрәклеген аңлайбыҙ. Ҡеүәтле сәнәғәт умарталыҡтарын үҫтереү, киң йәйелдереү мөһим. Ҡортсолоҡ продукцияларын эшкәртеүгә күберәк иғтибар бүлеү кәрәк. Экспортты үҫтерергә тейешбеҙ. Был эштәр өсөн беҙҙә барлыҡ мөмкинлектәр бар, – тине сығышында Радий Фәрит улы.

Уның әйтеүенсә, республикабыҙҙа 12 мең самаһы ҡортсо һәм 275 мең тирәһе күс бар. Былтыр, ҡойма ямғырҙар сәбәпле уңыш аҙ булған йылда, беҙҙең Башҡортостан ҡортсолары биш мең тоннанан ашыу тауар балы алыуға өлгәште. Был – Рәсәйҙә етештерелгән барлыҡ балдың 9,3 проценты, ә Волга буйы федераль округындағы уңыштың 30 проценты тәшкил итә.

Радий Фәрит улы үҙенең сығышында шулай уҡ республикабыҙҙың ҡортсоларына махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә даими ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне.

Форум, алда әйтелгәнсә, өс көн барасаҡ. Белгестәр ҙур сәнәғәт умарталыҡтары булдырыу, инә ҡорттарҙы үрсетеү һәм башҡа бурыстар буйынса бай тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Бер нисә түңәрәк өҫтәлдә балды экспортлау күләмен арттырыу, продукттың сифатын күтәреү, апитерапия, агротуризм һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында киң фекер алышыу планлаштырылған. Бынан тыш, форумда “Бизнесты киңәйтеү” тип аталған махсус майҙансыҡ ойошторолған, унда инвесторҙар һәм сәнәғәт ҡортсолары хеҙмәт бәйләнештәре булдырасаҡ. Йәнә тармаҡта кәрәкле ҡорамалдарҙан ҙур күргәҙмә эшләй.

“Халыҡ-ара конгресс Башҡортостанда ғына түгел, ә барлыҡ Рәсәйҙә ҡортсолоҡто үҫтереүгә яҡшы этәргес бирәсәк”, – ти сараны ойоштороусылар.

Фотолар "Башинформ"дан алынды.

Автор: "Башҡортостан" гәзите
Читайте нас