Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
6 Декабрь , 15:10

Ялта форумының Өфөгә "килеүе" – ҙур ваҡиға

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Эшлекле сара Халыҡ-ара эшлекле аҙналыҡ сиктәрендә Көрәш һарайы майҙанында үтә. Унда донъяның 90 иленән 4,5 мең делегат йыйылды. Улар халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә, иҡтисадтың төп тармаҡтарын үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алыша.

Ялта форумының Өфөгә "килеүе" – ҙур ваҡиға
Ялта форумының Өфөгә "килеүе" – ҙур ваҡиға

Пленар ултырыштың темаһы – «Мин һәм беҙ – күп полярлы донъя. Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ». Сарала ҡатнашыусыларға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин сәләм юлланы. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, «Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы» фондының попечителдәр советы рәйесе Андрей Назаров уҡыны.

"VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы асылыу уңайынан һеҙҙе сәләмләйем. Ул үҙен һөҙөмтәле аралашыу һәм фекер алышыу майҙансығы итеп күрһәтте. 2015 йылда тәүге осрашыуға 600-гә яҡын кеше килгәйне, бөгөн иһә бер нисә мең ҡунаҡ йыйылды, 90 ил вәкилдәре ҡатнашасаҡ, ә геосәйәси донъя ҡоролошо глобаль мәсьәләләрҙе тикшереүгә тиклем киңәйҙе, – тип билдәләнә сәләмләү һүҙендә. – Шуны билдәләп үткем килә: форум быйыл файҙаланыуға тапшырылған Өфө көрәш һарайында үтә. Форумда ҡатнашыусылар ҙа был майҙансыҡты баһалар, тип уйлайым. Шуныһы ла мөһим: Ҡырым һәм Башҡортостан республикалары араһында дуҫлыҡҡа ҡоролған тығыҙ бәйләнештәр булдырыла. Атап әйткәндә, төбәк, ғәҙәттәгесә, Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын ойоштороуҙа берлектә ҡатнаша. Форум бөтә илебеҙ өсөн файҙалы һәм һөҙөмтәле булыр тип ышанам».

Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм был фекер алышыу майҙансығының юғары һөҙөмтәлелеген билдәләне.

– Был мөһим сара киң халыҡ-ара әһәмиәткә эйә һәм, әлбиттә, Рәсәй һәм республикабыҙ өсөн мөһим. Форумды ойоштороусыларҙың уны артабан да үткәрергә ҡарар итеүе дөрөҫ, сөнки ул баштан уҡ бик етди ҡатнашыусылар даирәһен йыйҙы, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе шулай уҡ Рәсәй эшлекле берләшмәһенең һәм предприятие лидерҙарының илдең тотороҡло үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы.
– Тырыш хеҙмәт һәм тәрән интеллектуаль эш һөҙөмтәһендә ҡатмарлы шарттарҙа берләшә алдыҡ, яңы партнерҙар таптыҡ, етештереү, логистика һәм финанс сылбырын үҙгәртә барҙыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Министрҙар советы Рәйесе урынбаҫары, Ҡырым Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы даими вәкиле Георгий Мурадов үҙенең сығышында Өфөлә Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын үткәреү төбәктәр араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен көйләү өсөн рациональ географик урын булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм республика Хөкүмәтенә ҡунаҡсыллыҡ һәм уртаҡ эшебеҙгә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Өфөлә Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын үткәреү идеяһы Башҡортостандың Ҡырымға Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ярҙам итеүенең дауамы булды. Был беҙҙең бәйләнештәрҙең ныҡлығын һәм хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә әҙерлегебеҙҙе күрһәткән мөһим аҙым, – тине Георгий Мурадов.

Төбәк етәксеһе пленар ултырыш йомғаҡтары буйынса журналистарға биргән интервьюһында ҡатмарлы макроиҡтисади проблемалар һәм сәйәси тотороҡһоҙлоҡ шарттарында ла сит ил бизнесының Рәсәйҙә эшләргә тырышыуын билдәләне.

"Ҡызыл таң" гәзите.

Фото: glavarb.ru.

Автор:
Читайте нас: