Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
4 Декабрь , 17:55

Урындағы үҙидара органдарында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә Х Бөтә Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы үтте.

Урындағы үҙидара органдарында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Урындағы үҙидара органдарында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Ултырышта ҡатнашыусылар урындағы үҙидара органдарын формалаштырыуҙың төп принциптары һәм компетенциялары тураһында фекер алышты, тип хәбәр итә "Ҡызыл таң" гәзите.

– Үҙидара органдарын формалаштырыу буйынса тәүге эшкәртмәләрҙең әле революцияға тиклем үк тамырҙары бар. Совет осоронан һуң илдә алдынғы сит ил тәжрибәһенә нигеҙләнгән модель ҡулланылды. 1995 һәм 2003 йылдарҙа ҡабул ителгән үҙидараның дөйөм принциптары тураһындағы закондар ошоларға нигеҙләнә. Әммә көнбайыш ҡалыптарын Рәсәй ысынбарлығына күсереү күп дисбаланстар тыуҙырҙы. Уларҙы бөтөрөү – бөгөн дәүләттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.

Андрей Назаров әйтеүенсә, ҡанундарҙы камиллаштырыуҙың яңы формалары заман талаптарына яуап бирергә тейеш.

Сара барышында Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе йыл йомғаҡтары буйынса илдең төбәк бүлексәләре араһында икенсе урынды яулауы билдәле булды. Был хаҡта Рәсәй юристары ассоциацияһы офисы рәйесе Владимир Груздев белдерҙе.

– Башҡортостан Республикаһында 62 урындағы бүлексә, бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйынса 106 үҙәк эшләй, – тине Владимир Сергеевич. Республика күрһәткән тотороҡлолоҡ эштең юғары кимәлдә ойошторолоуы хаҡында һөйләй. Һәм, әлбиттә, иң мөһиме – был граждандарҙы баһалау. Социаль әһәмиәттәге төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу урындағы кимәлдә айырыуса һөҙөмтәле, сөнки ул аныҡ сикләнгән биләмә булып тора һәм, әлбиттә, һәр кем файҙалана ала.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов пленар ултырышта билдәләп үтеүенсә, әлеге ваҡытта илдә идара итеү органдары системаһын үҙгәртеп ҡороуҙың сираттағы этабы үтә. Дәүләт власының берҙәм системаһында урындағы идараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһы ҡарамағында. Шул уҡ ваҡытта уның тирәләй бәхәстәр бөгөнгә тиклем дауам итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: