Форум йәш лидерҙарҙың "Рәсәйҙә һәм Ҡаҙағстанда йәштәр эшҡыуарлығы: тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ мөмкинлектәре" пленар сессияһынан башланды. Сарала 130-ҙан ашыу Рәсәй һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, сараны асып, башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар - күсмә ҡәбиләләрҙән сыҡҡан бер халыҡ, уларҙы күп быуатлыҡ йолалар, мәҙәниәт, тел бәйләй тип билдәләне. Уларҙың бер-береһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәте партнерлыҡты үҫтереү өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра, Башҡортостан был ике илдең дәүләт-ара бәйләнештәрен үҫтереүгә тиккә генә ҙур өлөш индермәй.
- Ҡаҙағстан - республиканың төп партнерҙарының береһе. Беҙ сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, инвестиция өлкәләрендә, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәҙәниәттә, мәғарифта, туризм һәм спортта хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бына ете йыл инде Өфө менән Астана туғандаш ҡалалар. Ике төбәк араһындағы тауар әйләнеше, үҫеш өсөн юғары потенциалды күрһәтеп, йылдан-йыл арта. Бөгөн беҙ яңы уртаҡ проекттар әҙерләү этабындабыҙ. Йәштәр был процестың этәргес көсө булыр һәм ике халыҡтың дуҫлыҡ һәм эшлекле бәйләнештәрен нығытыр, тип ышанам, - тип белдерҙе ул.
- Ҡаҙағстан менән партнерлыҡты башлап, Рәсәйҙең йәш эшҡыуарҙары үҙҙәренең идеяларын һынап ҡарау һәм глобаль баҙарға сығыу өсөн әҙерләнеү мөмкинлегенә эйә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды РФ иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вольвач.
Ҡаҙағстан Республикаһының сауҙа һәм интеграция вице-министры Ҡайрат Торебаев һүҙҙәренсә, Өфөгә форумға ҡаҙаҡ предприятиеларының яҡынса илле етәксеһе һәм һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға ниәтләгән ҙур эшҡыуарҙар килгән.
- Рәсәй - беҙҙең иң эре партнерыбыҙ, әммә сик буйындағы төбәктәр тышҡы иҡтисади тауар әйләнешенең дөйөм күләменә ни бары ун процент ҡына индерә, - тип билдәләне ул. - Был бик аҙ, беҙгә күрше төбәктәр араһында партнерлыҡ бәйләнештәрен үҫтереү һәм нығытыу тураһында уйларға кәрәк.
Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡ юбилей форумын Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтары араһындағы электән килгән дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек традициялары, шулай уҡ бөгөнгө Башҡортостандың юғары үҫеш кимәленә эйә булған төбәк булыуы менән аңлатылыуын әйтте. Өфөләге яңы Көрәш һарайы - быға асыҡ миҫал.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форумдың программаһы ике көнгә иҫәпләнгән. Көн тәртибендәге төп темалар - сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек потенциалын тормошҡа ашырыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе һәм ике илдең сәнәғәт кооперацияһы мөмкинлектәрен киңәйтеү. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы бай эстәлекле мәҙәни программа көтә. Юбилей форумы йомғаҡтары буйынса яҡтар төбәк-ара һәм сик буйы хеҙмәттәшлеге программаһына ҡул ҡуясаҡ, уға 12 тармаҡта 140-ҡа яҡын сара инә.
Фото: Александр Данилов, "РБ".