Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
24 Октябрь , 18:28

Өфөлә уңайлы мөхиткә яңы алымдарҙы тикшерҙеләр

"Кәртәләрҙе емереп" форумының "Асыҡ мөхит: заманса алымдар һәм ҡарарҙар" эксперт сессияһында Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Өфө спикерҙары ҡатнашты.

Өфөлә уңайлы мөхиткә яңы алымдарҙы тикшерҙеләр
Өфөлә уңайлы мөхиткә яңы алымдарҙы тикшерҙеләр

Белгестәр был өлкәләге заманса йүнәлештәрҙе тикшерҙе һәм үҙ тәжрибәһе хаҡында һөйләне, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.

- Уңайлы мөхитте беҙ стереотип - пандустар тип ҡарамайбыҙ. Былар - мәғлүмәти асыҡлыҡ, инвалид кешеләргә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙамды дөрөҫ ойоштороу. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан уңайлы мөхит өлкәһендә системалы ҡарарҙар әҙерләү буйынса пилот проектында әүҙем ҡатнашты һәм республиканың тәжрибәһе киң таратыла. Башҡортостан уңайлы мөхит мәсьәләләре буйынса трендлы, бында ҙур системалы эш алып барыла, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Альбрехт исемендәге Федераль медицина-социаль экспертиза һәм реабилитация ғилми-белем биреү үҙәгенең (Санкт-Петербург) уңайлы мөхит булдырыу буйынса федераль ресурс үҙәге директоры Оксана Мирошниченко.

Эксперт сессияһында сығыш яһаған спикерҙар "Уңайлы - аңлайышлы", "Махсус ҡараш" һәм тормоштоң бөтә өлкәләрендә инвалид кешеләрҙе интеграциялауға йүнәлтелгән башҡа проекттар менән таныштырҙы.

Фото: Галина Тряскина, "РБ".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: