Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
19 Октябрь , 11:50

Рәсәйҙә допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу кәмегән

Был хаҡта "Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы барышында белдерҙеләр.

Рәсәйҙә допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу кәмегән
Рәсәйҙә допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу кәмегән

"Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы барышында "Рәсәй Федерацияһының допингҡа ҡаршы сәйәсәте: төп аспекттары һәм үҫеш перспективалары" тип аталған сессия үтте. 

Ултырышта РУСАДАның генераль директоры Вероника Логинова сығыш яһаны. Ул быйылғы йылда допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу 40 процентҡа кәмеүен билдәләне :

"Быйылғы йылда допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоу 40 процентҡа кәмене. Бының сәбәбен оҙаҡ ҡына аңлай алманыҡ. Тесттар бөтә стандарттар буйынса үткәрелә, маҡсатлы тесттар ҙа күп башҡарыла. Һандың түбәнәйеүенең берҙән-бер сәбәбе - допингҡа ҡаршы ойошмаларҙың, белгестәрҙең, эксперттарҙың урынына еткереп эшләүе", – тине Вероника Логинова.

Рәсәйҙең Саңғы ярышы Федерацияһы Президенты Елена Вяльбе допинг ҡулланыуға ҡырҡа ҡаршы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:

"Мин допингҡа ҡырҡа ҡаршы булған элекке спортсы. Спортсылар теләһә ниндәй ярышты ғәҙел һәм "таҙа булып" еңә алыуын беләм. Беҙҙең Федерация ла төрлө хәлдәргә тарый. АДАМС  системаһында ла "флагы"тар осрай, әммә был йылдан йыл һирәгәйә бара. Был күрһәткес нолгә тигеҙ булһын тип тырышабыҙ, яуаплылыҡҡа өйрәтәбеҙ. Спортсмендар допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙһалар, бөтөнләй икенсе эш хаҡы аласаҡтарын яҡшы белә. "РУСАДА"  менән тығыҙ эшләйбеҙ, килешеүҙәр төҙөлгән. Допинг ҡулланыу осраҡтары беҙҙең илдә генә түгел, ә бөтә донъяла ла юҡҡа сығыуына ышанам", – тине ул сессия барышында.

"РУСАДА"ның Һөҙөмтәләрҙе эшкәртеү бүлеге начальнигы Велерия Герман допингҡа ҡаршы кодексҡа 2027 йылда ниндәй үҙгәрештәр индерелеүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, күп үҙгәрештәр Һөҙөмтәләрҙе эшкәртеүгә ҡағыласаҡ.

"Минеңсә, 2027 йылдың кодексы күпкә йомшағыраҡ буласаҡ, сөнки унда спортсыларға ҡағылған санкциялар еңеләйтәсәк. Мәҫәлән, 2021 йылғы кодексы буйынса беҙ спортсыға өҫтәмә 2 йыл санкция биреүҙе һорай ала инек. Ә инде 2027 йылда ҡағиҙәне боҙоусыларҙың хәле бер аҙ яҡшырасаҡ", – тине Валерия Герман.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 октябрҙә баш ҡалала үтәсәк «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы башланды. Сара 19 октябргә тиклем дауам итә.

"Шоңҡар" журналы.

 

Автор:
Читайте нас: