- Әгәр район дауаханаһында йәш кадрҙар тураһында мәҡәлә булһа. Был исем бындайыраҡ яңғырарға тейеш: "Ура! Беҙҙә һигеҙ йәш табип бар!", - тип билдәләне спикер.
Аббревиатураны нисек дөрөҫ ҡулланырға, мәҡәләлә "матурлыҡ"ты фактураға нисек алмаштырырға - ошо һәм башҡаларға өйрәтте билдәле медиа-тренер Зөһрә Сәйетҡолова.
Шулай уҡ бөгөн редакция хеҙмәткәрҙәренә нейроселтәрҙәр менән нисек һөҙөмтәле файҙаланыу, принтта ниндәй материалдар баҫтырыу, сайттарҙа ниндәй материалдар эшләү хаҡында һөйләнеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт" проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында БР Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-222973759_29