Октябрҙә Өфөлә үтәсәк «Рәсәй - спорт державаһы» форумының төп майҙансығы Көрәш һарайы буласаҡ. Форум барышында яңы ҙур объекттар - Фехтование үҙәген, Өфөләге ишкәкле слалом комплексын һәм Нефтекамалағы «Амфибия» спорт үҙәген асыу күҙаллана.
Ишкәкле канал Рәсәй йыйылма командаһы ҡатнашлығында слалом буйынса үҙенең тәүге "Ҡурай төбәге" ("Край курая") халыҡ-ара ярыштарын ҡабул итә. Был хаҡта "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға Башҡортостан Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров хәбәр итте.
- Фехтование үҙәгендә юниорҙар араһында "Салауат ҡылысы" халыҡ-ара турниры үтәсәк. 17 октябрҙә "Өфө-Арена"ла "IBA чемпиондары төнө" профессиональ бокс кисәһе була - ҡитға чемпионы титулы өсөн донъяның иң яҡшы бокссылары көрәшә. Бәләкәй арена үҫмерҙәр араһында керлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыр өсөн бирелә. "Динамо" спорт комплексында - "Динамо" һәм "ЦСП-Химки" клубтары араһында Рәсәй чемпионаты матчын, ә Спорт әҙерлеге үҙәгендә МХО ветерандарының Рәсәй Паралимпия комитеты сараларын күрергә мөмкин. 25 меңгә яҡын кеше Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә ҡатнашырға теләй, - тип һөйләне Андрей Назаров.
Вице-премьер Дмитрий Чернышенко ойоштороу комитеты ултырышында быйыл илебеҙҙең "Киләсәк уйындары", "Азия балалары" һәм "БРИКС уйындары" кеүек халыҡ-ара ярыштар уҙғарғанын иҫкә төшөрҙө һәм Рәсәйҙең күләмле саралар ойоштороу йәһәтенән алдынғыларҙың береһе булыуын билдәләне.
- Халыҡ-ара эксперт берләшмәһе менән спорт берекмәләрен булдырыу һәм ярыштарҙың яңы форматтарын булдырыу мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ. Шулай уҡ Хөкүмәт спорт йәмәғәтселеге менән берлектә Ватан спортын үҫтереү буйынса комплекслы дәүләт программаһын әҙерләй, уны тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен форум майҙансығында ла ентекле тикшерәсәкбеҙ. Маҡсаттарҙы Президент Владимир Путин билдәләгән: граждандарҙың күпселеген спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм спортсыларыбыҙҙың ярыш әүҙемлеген арттырыу, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Чернышенко.
Форум программаһына түңәрәк өҫтәлдәр, пленар сессиялар, конференциялар, семинарҙар һәм дискуссия майҙансыҡтары инде. 15 мәҙәни сара, шул иҫәптән театр постановкалары, экспозициялар, күргәҙмәләр ҡаралған. Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, медицина һәм мәғлүмәт оҙатыуы мәсьәләләрен тикшерҙе.
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Алексей Дюмин хәбәр итеүенсә, форумда дәүләт башлығының 2030 йылға тиклем һәм киләсәктә 2036 йылға тиклем ҡуйған милли маҡсаттарға ирешеү өсөн аныҡ механизмдар һәм алымдар әҙерләү бурысы тора.
- Ошо ҙур дөйөм эштә дәүләткә ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала һәм ҡатнашырға тейеш тә. Был турала 17 октябрҙә Өфөлә үтәсәк Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса советтың сираттағы ултырышында һүҙ барасаҡ. Спортты үҫтереүгә комплекслы ҡараш кәрәк. Был форумдың пленар ултырышының төп темаһы буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Дюмин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Рәсәй - спорт державаһы" форумы 2009 йылдан алып уҙғарыла. Уны Ҡазан, Мәскәү, Саранск, Якутск, Чебоксар, Доброград (Владимир өлкәһе), Ульяновск, Түбәнге Новгород, Кузбасс һәм Пермь ҡабул итте.