Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
18 Сентябрь , 10:45

Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды һәм БДБ Гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса советтың берлектәге ултырышы үтте

17 сентябрҙә Өфөлә Ижади һәм ғилми интеллигенция форумы сиктәрендә Берләшмәнең гуманитар хеҙмәттәшлек етәксе органдары ултырышы үтте. Ултырышта БДБ дәүләттәренең Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды идараһы рәйесе Полад Бюльбюль оглы, Идара рәйестәше Михаил Швыдкой, Дәүләт-ара советтың башҡарма директоры Анатолий Иксанов һәм БДБ илдәренең гуманитар хеҙмәттәшлек органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды һәм БДБ Гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса советтың берлектәге ултырышы үтте
Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды һәм БДБ Гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса советтың берлектәге ултырышы үтте

Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды Идараһы ағымдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны һәм 2024 йылда экономияланған аҡса иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ өҫтәмә проект индерҙе. Был сара «Аҡ таяҡ» хәйриә фестивале булды, уны Диана Гурцкая фонды ойоштора.

2025 йылға Фондҡа 115 ғариза килгән, шуларҙың 54-е хупланған. Сираттағы тапҡыр йәш ғалимдарҙы Дубна ҡалаһындағы Нанотехнологиялар үҙәге стажировкаға ҡабул итә. Билдәле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ уларҙың йәш коллегалары «Берҙәмлек йондоҙҙары» һәм «Дебюттар берҙәмлеге» премияларына дәғүә итә ала. Гастроль турнеһында Йәштәр симфоник оркестры ҡатнаша. Минскиҙағы йәйге йәш тарихсылар мәктәбе, Санкт-Петербургта китапханаларҙың, архивтарҙың һәм музейҙарҙың тарихи мираҫын һаҡлау буйынса интеграциялы форум, Бишкәктә ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә иғлан ителгән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына - Нацизмға ҡаршы көрәштә Тыныслыҡ һәм берҙәмлек йылына арналасаҡ. Азербайжан тәүге тапҡыр интеллектуаль күпбәйге буйынса студенттар турнирын үткәрә. Үзбәкстан фольклор башҡарыусыларҙы бахша фестиваленә йыя. Ҡаҙағстанда сираттағы тапҡыр кино белгестәре һәм кинокритиктар осрашасаҡ. Тажикстанда милли мәғариф системаларының үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен Берләшмә илдәре уҡытыусылары тикшерәсәк. Ошо һәм башҡа саралар Фонд идараһында тулыһынса раҫланған күп функциялы дәүләт хеҙмәтенең эш планына индерелгән.

Автор:
Читайте нас: