Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
16 Июль , 17:30

Баймаҡ районында "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленә әҙерлекте тикшерҙеләр

Фестиваль 15-16 августа Граф күле эргәһендә үтәсәк

Баймаҡ районында "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленә әҙерлекте тикшерҙеләр
Баймаҡ районында "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленә әҙерлекте тикшерҙеләр

16 июлдә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең Эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендә был фестивалгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса эш кәңәшмәһе үтте. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы буйынса өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Фестиваль 15-16 августа Граф күле буйында уҙа, тип яҙа "Баймакский вестник" гәзите.

Министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре программаны, конкурстар үткәреүҙе, фестиваль ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе һәм башҡа ойоштороу мәлдәрен тикшерҙе.

Азат Бадранов, "Башҡорт аты" – республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ хуплаған башланғыстарының береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был сара төбәк өсөн бик әһәмиәтле: башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, йылҡысылыҡ продукцияһын, тоҡомло йылҡысылыҡты, ат спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм, бынан тыш, ул халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, республика ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һуңғы йылдарҙа, тәү сиратта, башҡорт тоҡомло аттарҙың һаны артыуы күҙәтелә, тип белдерҙе. Ул бының иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы булыуын һәм тармаҡҡа эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген биреүен билдәләне.

Фестиваль программаһында – милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, мәҫәлән, башҡорт күпалышы буйынса "Бәйге" уйындары. "Башҡорт аты"ның яңылыҡтарының береһе – "Урал батыр" халыҡ-ара көслөләр турниры. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Көрәш" спорт клубы өлкән инструктор-методисы Эльбрус Ниғмәтуллин һүҙҙәренсә, бер нисә дисциплина, шул иҫәптән "Батыр тотоу", батырҙар эстафетаһы, суҡмар ырғытыу һәм башҡалар була.

Йола буйынса сара сиктәрендә Ҡымыҙ фестивале үтәсәк. Шифалы эсемлек етештереүселәр иң яҡшыһы исеменә ярыша, ә теләгән һәр кем ҡымыҙ менән һыйлана ала. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн башҡа мәҙәни саралар, спорт ярыштары, ат парады ла үтәсәк. "Оҫталар ҡалаһы" һөнәрселек зонаһы эшләйәсәк. Шулай уҡ эшлекле өлөш тә планлаштырылған.

Фото: "Баймакский вестник".

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: