Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
25 Июнь , 18:38

Башҡортостанда төньяҡ-көнбайыш журналистарының семинары үтәсәк

Баҡалы районында республиканың төньяҡ-көнбайыш район-ара ижади берекмәһенең "Журналистика оҫтаханаһы" тип аталған семинары уҙғарыла.

Башҡортостанда төньяҡ-көнбайыш журналистарының семинары үтәсәк
Башҡортостанда төньяҡ-көнбайыш журналистарының семинары үтәсәк

Семинар-кәңәшмә Баҡалы ауылының Мәҙәниәт һарайында була. Благовар, Бүздәк, Баҡалы, Саҡмағош, Кушнаренко, Илеш, Дүртөйлө, Шаран мәғлүмәт үҙәктәре гәзиттәре редакцияларынан журналистарҙы бай программа көтә, тип хәбәр итәләр "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто төркөмөндә.

Тәжрибәле спикерҙар аҙналыҡ баҫманы нисек версткаға һалыу, рус һәм башҡорт телдәрендә сифатлы контент булдырыу, фото төшөрөү һәм эшкәртеү үҙенсәлектәре, нейроселтәрҙәр менән эшләү һәм башҡа бик күп нәмәләр хаҡында һөйләйәсәк һәм күрһәтәсәк.

Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусылар балалар приютына барып, тәрбиәләнеүселәргә бүләктәр тапшырасаҡ.

Баҫма киң мәғлүмәт саралары журналистары тәжрибә, үҙҙәренең иң яҡшы эштәре һәм ижады менән уртаҡлаша аласаҡ.

Журналистарҙың семинары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды гранты иҫәбенә ойошторола.

#АНОРазвитие
#ГрантыРБ #ФСГОРБ#смигранты2024
#МастерскаяЖурналистики

Фото: "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: