"Рәсәй-Төркиә эшҡыуарҙары ассоциацияһы менән үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙыҡ. Башҡортостан менән Төркиәнең үҙ-ара ҡыҙыҡһыныуҙарын сағылдырған өлкәләр даирәһе киң. Документ Рәсәй һәм Төркиә ҡануниәттәренә ярашлы, кәрәкле мәғлүмәт менән алмашырға мөмкинлек бирәсәк, был, һис шикһеҙ, Төркиә Республикаһының бизнес-берләшмәһе менән үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытасаҡ", - тип хәбәр итте Андрей Назаров.
Премьер-министр шулай уҡ Салауат яһалма полимерҙар заводында махсус химия производстволары комплексын төҙөү буйынса ниәттәр тураһында килешеү төҙөлөүен хәбәр итте. Ошо күләмле проектҡа күҙалланған инвестициялар күләме 53 миллиард һумдан артып китә. Бынан тыш, республика Хөкүмәте "Эко-Прогресс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән Башҡортостанда модулле электр-яғыулыҡ автозаправкалау станцияларын урынлаштырыу буйынса инвестиция тураһында килешеү төҙөнө.
«Пленар ултырышта Мәскәүҙәге коллегалар инвестиция һабантуйы яланында төҙөлгән килешеүҙәрҙең тиҙ арала тормошҡа ашыуын билдәләне. Шулай булһын әйҙә. Сөнки тап ошо маҡсат менән быларҙың барыһын да уҙғарабыҙ», - тип Андрей Назаровтың һүҙҙәрен килтерә "Республика Башкортостан" гәзите.
Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәре.