Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
24 Май , 20:10

Андрей Назаров "Урал аръяғы - 2024" форумы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибайҙа асылған "Урал аръяғы - 2024" инвестиция һабантуйы тураһында бәйән итте.

Андрей Назаров "Урал аръяғы - 2024" форумы хаҡында һөйләне
Андрей Назаров "Урал аръяғы - 2024" форумы хаҡында һөйләне

Андрей Назаров форумдың алтынсы тапҡыр үтеүен хәтергә төшөрҙө, был юлы ул 10-дан ашыу илдән, шул иҫәптән Үзбәкстандан, Белорусьтан, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан, Төркиәнән һәм Ирандан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.

"Өсөнсө йыл рәттән форум барышында Халыҡ-ара бизнес-шерифтар форумы уҙғарыла. Был юлы майҙансыҡтың темаһы бизнес менән властың диалогы булды - һөҙөмтәле төбәк менән партнерлыҡта көслө эшҡыуар. Шулай уҡ Global Management Challenge бизнес менән идара итеү һәм стратегия буйынса чемпионат үтә - ул донъя баҙарында конкуренция шарттарында бизнес менән идара итеү буйынса күләмле интерактив белем биреү программаһы. Чемпионат финалын июлдә республиканың баш ҡалаһында уҙғарырбыҙ", - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры форумда ғәҙәттәгесә сит ил партнерҙары менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыласағын һәм республика муниципалитеттарының инвестиция мөхите торошо рейтингы иғлан ителәсәген билдәләне, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәре.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: