- Минең Ватаным, Башҡортостан Республикаһы, был, моғайын, ҡасан да булһа иң тулҡынландырғыс урындыр. Унда бөтөнөһө лә - баҫыуҙар, болондар, таҙа йылғалар, йәмле күлдәр, тигеҙлектәр һәм тауҙар, мегаполистар һәм кеше ҡағылмаған тәбиғәт мөйөштәре бар. Шулай ҙа төп биҙәүес - ул кешеләр. Изге күңелле, эшһөйәр, ғорур һәм бик ҡунаҡсыл!
Был аҙнала Башҡортостандың Урал аръяғында илебеҙҙең эшлекле тормошондағы ғәҙәти булмаған сараларҙың береһе - "Урал аръяғы - 2024" инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Был форумда Рәсәйҙең эре бизнесмендары һәм бихисап күрше, алыҫ илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша. Бында етди кешеләр етди мәсьәләләрҙе хәл итә, һәм бер үк ваҡытта улар яратҡан Башҡортостанымдың йолалары, мәҙәниәте, милли аш-һыуы менән таныша. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшләп тә, яҡшы ял итеп тә өлгөрәләр, - тине Асҡар Абдразаҡов.
Танылған артист форум хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, сараға килергә теләүселәрҙең барыһын да саҡырҙы. Мөрәжәғәт аҙағында Асҡар Абдразаҡов форумдың эшлекле танышыуҙар даирәһен киңәйтеүгә генә түгел, унда ҡатнашыусы эшҡыуарҙар өсөн тура финанс файҙа алыуға ла булышлыҡ итеүен билдәләне.
- Барығыҙҙы ла 24-26 майҙа "Урал аръяғы - 2024" инвестиция һабантуйы уҙғарылған Сибай ҡалаһына айырыуса ғорурлыҡ менән саҡырам, - тип билдәләне Асҡар Абдразаҡов.