Форум майҙансыҡтарында стратегик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторола, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу һәм пленар ултырыш ҡаралған. Дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү, квалификациялы кадрҙар әҙерләү, яһалма интеллект, мәғлүмәт иҡтисады мәсьәләләре тикшереләсәк. Урал аръяғының туристик инфраструктураһын үҫтереү һәм «Урал» айырыуса иҡтисади зонаһын булдырыу буйынса 20-нән ашыу сессия үткәреү ҡаралған, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.
Йыл һайын «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Унда дәүләт учреждениелары, бизнес вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.