VI "Урал аръяғы - 2024" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә Урал аръяғының туристик инфраструктураһын үҫтереүгә һәм "Урал" айырыуса иҡтисади зонаһын булдырыуға, ислам финанстарына һәм башҡа мәсьәләләргә арналған 20-нән ашыу сессия үткәреү планлаштырылған.
"Башҡортостан бизнес һәм власть араһында тотороҡло коммуникация булдыра һәм бының өсөн бик күп инструменттар ҡуллана, улар араһында "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы ла бар. Форум барышында дөйөм иҡтисади һөҙөмтәһе 400 миллиард һум самаһы булған 116 килешеү төҙөлдө", — тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Һуңғы биш йылда форум эшендә Рәсәйҙән һәм 50-нән ашыу яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән биш меңгә яҡын кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" баҫмаһы.
Фото: Ринат РӘЗӘПОВ.