Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
23 Ғинуар , 16:17

Башҡортостан Башлығы Өфөнөң Матбуғат йортон ремонтларға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Матбуғат йортон ремонтларға ҡушты. Был турала ул Матбуғат йортонда журналистар менән осрашыуҙа хәбәр итте.  

Башҡортостан Башлығы Өфөнөң Матбуғат йортон ремонтларға ҡушты
Башҡортостан Башлығы Өфөнөң Матбуғат йортон ремонтларға ҡушты
Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы

«Күптән өлгөрөп еткән мөһим ҡарарҙарҙың береһе, — Матбуғат йортон ремонтлайбыҙ. Тейешле йөкләмә бирҙем. Типографияны артабан үҫтереү мәсьәләһе бар — киләһе «Инвестиция сәғәте»ндә ошо хаҡта һөйләшербеҙ»,  — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Республика етәксеһе журналистарға «еңел булмаған, әммә бик мөһим эш — халыҡҡа республикала һәм илдә барған ваҡиғалар тураһында ғәҙел мәғлүмәт еткергән» өсөн рәхмәт әйтте.

«Был телефонға кассеталы бомба ярсығы эләккән. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Бәйтулла Фәтҡуллиндыҡы ул. Бәйтулланың ҡулы яраланған. Әле ул госпиталдә дауалана, яуға ынтыла, — тип хәбәр итте Радий Хәбиров. — Бөгөн журналистарыбыҙ Ватанды һаҡлай. Берәүҙәр ҡулдарына ҡорал тотоп, алғы һыҙыҡта һуғыша. Башҡалар, хәрби хәбәрселәр һәм бындағылар махсус хәрби операция тураһында дөрөҫөн һөйләй, мәғлүмәт һуғышында оборона тота».

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-23/glava-bashkirii-poruchil-otremontirovat-ufimskiy-dom-pechati-3614155

 
 
Автор:Галина Бахшиева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: