Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
23 Ноябрь 2023, 18:15

Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Морозов Башҡортостанға аяғүрә баҫып алҡышларға әҙер булыуын белдерҙе

РФ Дәүләт Думаһы депутаты, төбәк сәйәсәте һәм урындағы үҙидара буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Морозов Башҡортостандың ҡеүәтле идара итеү командаһын юғары баһаланы.

Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Морозов Башҡортостанға аяғүрә баҫып алҡышларға әҙер булыуын белдерҙе
Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Морозов Башҡортостанға аяғүрә баҫып алҡышларға әҙер булыуын белдерҙе

Депутат «Иртәгә һуңға. Бизнес күҙлегенән» күргәҙмәһен ҡараны һәм республиканың күп күрһәткестәр буйынса лидерҙар иҫәбенә инеүен билдәләне.

- Алдынғы илде булдырыу өсөн алдынғы төбәктәр кәрәк, - тине ул. - Башҡортостан кеүек, мәҫәлән. Кисә һәм бөгөн бер нисә предприятиела, юл буйы сервисы объекттарында булдым. Мин 17 йыл губернатор булып эшләнем һәм сентименталь кеше түгел, әммә Радий Хәбиров менән Андрей Назаровҡа ла аяғүрә баҫып алҡышлағым килә: улар афариндар! Әгәр Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары ла ошондай булһа, беҙ, әлбиттә, лидер ил буласаҡбыҙ!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, һуңғы дүрт йылда республикала инвестициялар үҫеше 40 процент тәшкил иткән. Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса өсөнсө урынды биләй. Бынан тыш, республикала юл буйы сервисын үҫтереү өсөн ҙур потенциал бар, был сиктәрҙе ябыу һәм эске туризмдың үҫеше менән бәйле, тип өҫтәне Башҡортостандың беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов.

- Юл буйы инфраструктураһын булдырыу мөһим звено булып тора, ул туризм тармағы сервисының сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Юлдарҙың оҙонлоғо буйынса илдә икенсе урынды биләгән Башҡортостан өсөн был айырыуса көнүҙәк. Республика аша 20 меңдән 45 меңгә тиклем автомобиль үтәсәк өс федераль трасса үтә; М-12 трассаһы төҙөлә. Беҙ 2024 йылға тиклем меңәрләгән юл яны сервисы объекттарын төҙөү һәм яңыртыу бурысын ҡуйып, Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһын әҙерләнек, - тине ул.

22 ноябрҙән 1 декабргә тиклем Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Ул йыл һайын үткәрелеүсе иҡтисади ваҡиға, власть, бизнес берләшмәләр вәкилдәрен һәм төрлө өлкә белгестәрен берләштерә. Тәүге көндө эшлекле программа сиктәрендә форумда ҡатнашыусылар бизнесҡа дәүләт ярҙамы сараларын, төҙөлөштөң һанлы киләсәген, электрон сауҙа уңышы закондарын, яңы халыҡ-ара ысынбарлыҡта бизнесты яҡлауҙы тикшерҙе, тип хәбәр итә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы (МНБ-2023) матбуғат үҙәге.

Сығанаҡ: "Республика Башкортостан" гәзите.

Фото: МНБ-2023 матбуғат үҙәге.

Автор:
Читайте нас: