Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
17 Ноябрь 2023, 17:32

Өфөлә үтәсәк бизнес аҙналығы 2 декабргә тиклем оҙайтыла

РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһында уҙасаҡ “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – 2023” ХVI Форумының программа конференцияһында уны декабрь башына тиклем оҙайтыуҙары хаҡында белдерҙеләр, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә үтәсәк бизнес аҙналығы 2 декабргә тиклем оҙайтыла
Өфөлә үтәсәк бизнес аҙналығы 2 декабргә тиклем оҙайтыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сығышында быйыл Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 2 декабргә тиклем оҙайтыласаҡ һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе ентекле тикшереүгә арналған махсус көндәрҙе үҙ эсенә аласаҡ, тип хәбәр итте.

Был хаҡта Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов аңлатма бирҙе, ул программа конференцияһында ҡатнашыусыларға форумдың махсус йомғаҡлау көнөн иғлан итте. Ул Рәсәй Федерацияһы субъекттарының иҡтисад министрҙары менән координация кәңәшмәһенә арнала.

Кәңәшмә эшендә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетниковтың ҡатнашыуы көтөлә. Сара сиктәрендә уның, шулай уҡ республика Башлығы, Дәүләт Думаһы һәм РФ Федераль Йыйылышы вәкилдәре ҡатнашлығында 9 сәғәтлек кәңәшмә-интенсив планлаштырылған. Съезд 30 ноябрҙә эшләй башлай.

Илдар ӘХИӘРОВ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2023-11-17/nedelyu-biznesa-v-ufe-prodlyat-do-2-dekabrya-3525095 

Автор:
Читайте нас: