Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
15 Сентябрь 2023, 17:15

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы: «Әйҙә уйнарға» фестивале балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереүгә ярҙам итәсәк

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале файҙалы килешеүҙәр төҙөргә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Василий Осьмаков.

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы: «Әйҙә уйнарға» фестивале балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереүгә ярҙам итәсәк
Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы: «Әйҙә уйнарға» фестивале балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереүгә ярҙам итәсәк

Был хаҡта ведомство етәксеһе ҡатнашыусыларға тәбрикләү хатында яҙҙы. Мөрәжәғәт фестивалдең пленар ултырышын асыу тантанаһында уҡып ишеттерелде. Министр, фестиваль сауҙа процестарын үҫтереүгә, яңы технологияларҙы өйрәнеүгә һәм индереүгә, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыуға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй. Бынан тыш, бындай саралар тармаҡтың яңы саҡырыуҙарға яуап биреүен, һөҙөмтәле ҡарарҙар табыуын һәм әүҙем трансформацияланыуын күрһәтә.

«Бөгөн Рәсәй етештереүселәренең тәжрибәһе иғтибар үҙәгендә, уның анализы һәм һөҙөмтәләре үҙгәреүсән иҡтисади шарттарҙа тармаҡты үҫтереүҙең һөҙөмтәле механизмдарын булдырырға ярҙам итәсәк. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы индустрияның технологик суверенитетын тәьмин итеүгә һәм балалар, уҡыу йыһаздары өсөн илебеҙ продукцияһына ихтыяжды арттырыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашыра», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер үҙенең мөрәжәғәтендә.

Василий Осьмаков билдәләүенсә, тап социаль өлкә һәм мәғариф талаптары индустрия өсөн оҙайлы ваҡытҡа дәүләт заказы булдыра һәм уның үҫеш өсөн этәргес көс булып тора.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «Әйҙә уйнарға» беренсе Бөтә Рәсәй фестивале асылды. Был уйындар һәм уйынсыҡтар донъяһындағы ҙур ваҡиға, ул балалар тауарҙары етештереүселәргә, тәьмин итеүселәргә, шулай уҡ күмәртә-ваҡлап һатыу сауҙа вәкилдәренә, дистрибьюторҙарға һәм бөтә Рәсәйҙән оҫта-кәсепселәргә тәжрибә уртаҡлашырға һәм был өлкәне үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр табырға ярҙам итә.

Нэдда ПУХАРЕВА.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2023-09-15/minpromtorg-rossii-festival-ayda-igrat-pomozhet-razvitiyu-industrii-detskih-tovarov-3438906 

Автор:Газета "Республика Башкортостан"
Читайте нас: