Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
5 Сентябрь 2023, 17:20

Рәсәй вице-премьеры Дмитрий Чернышенко юғары белем биреүҙең яңы мәғариф стандартының өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне

Рәсәйҙә юғары белем биреү стандартының яңы проекты әҙерләнгән. Ул студенттар өсөн шәхси белем биреү траекторияларын төҙөргә, шулай уҡ бер юлы бер нисә квалификация алырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итте вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе үткәргән оператив кәңәшмәлә.

Пилот проекты 2023 йылдың 1 сентябренән илдең алты вузында башланды. Уларҙа юғары белем биреүҙең яңы моделе - база кимәле, махсуслаштырылған кимәле һәм аспирантура кимәле һынау үтә. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары пилот проектына инмәне. Һуңынан пилот вуздарының тәжрибәһен бөтә илгә тараталар.

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров һүҙҙәренсә, юғары белем биреүҙең яңы моделендә уҡыу ваҡыты ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра - әҙерлек йүнәлешенә йәки аныҡ квалификацияға ҡарап улар билдәләнәсәк.

- Юғары белем биреүҙең милли системаһын үҙгәртеү һәм юғары белем ФГОС-ына яңы макет индереү һөҙөмтәһендә студенттарҙа индивидуаль үҫеш һәм бер юлы бер нисә квалификация алыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Бындай үҙгәрештәр - илебеҙҙең үҙ технологияларын үҫтереүгә һәм юғары технологиялы продукттар етештереүгә йүнәлтелгән хәҙерге иҡтисады саҡырыуҙарына яуап, - тип аңлатма бирҙе Вадим Захаров.

Илдә 4,5 миллион самаһы студент өсөн яңы уҡыу йылы башланды, уларҙың 1 236 022-һе - беренсе курс студенты. Дмитрий Чернышенко, быйыл Рәсәй вуздарында бюджет урындары һаны 626 278-гә етте, шуларҙың 37 089-ы - яңы төбәктәр вуздарында, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса, уҡыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары - айырым квота сиктәрендә 8,5 мең самаһы кеше ҡабул ителгән. Һәр студентҡа тейешле шарттар тәьмин ителгән.

Вице-премьер 2023 йылдың иң популяр йүнәлештәрен - информатика һәм иҫәпләү техникаһы, педагогика һәм иҡтисад, шулай уҡ юриспруденция һәм менеджментты атаны. Иң кәрәкле юғары уҡыу йорттары араһында - Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, Ҡазан федераль университеты, Урал федераль университеты, Юғары иҡтисад мәктәбе һәм Финанс университеты.

Бынан тыш, Рәсәй вуздарына алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән 104 488 егет-ҡыҙ уҡырға ингән, был Рәсәй мәғарифына ихтыяж булыуын раҫлай. Шуларҙың 25 меңе - Хөкүмәт квотаһы сиктәрендә.

2023 йылда Башҡортостанда 27 меңдән ашыу кеше беренсе курс студенттары булды. Республиканың юғары уҡыу йорттарында бөтәһе 97 422 студент иҫәпләнә, уларҙың 89,7 меңе дәүләт университеттарында белем ала. Беренсе курс студенттары өсөн быйыл 14 886 бюджет урыны бүленгән - 2022-2023 йылдарға ҡарағанда 512-гә күберәк. Һуңғы 5 йылда бюджет урындары һаны 31,5 процентҡа артҡан.

Автор:
Читайте нас: