Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
5 Сентябрь 2023, 20:06

Өфөлә «Маркетинг мөхите» халыҡ-ара форумы үтә

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 13 сентябрҙә Өфөлә «Маркетинг мөхите» халыҡ-ара форумы уҙғарыла. Проектты Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында «Минең бизнесым» үҙәге, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы агентлығы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тормошҡа ашыра.

Өфөлә «Маркетинг мөхите» халыҡ-ара форумы үтә
Өфөлә «Маркетинг мөхите» халыҡ-ара форумы үтә

- «Маркетинг мөхите» - ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән эшҡыуарҙарҙы, маркетологтарҙы, бизнесты үҫтереү өлкәһендәге эксперттарҙы берләштергән уникаль майҙансыҡ. Тап бында уңышлы үҫешеүсе ойошмаларҙың тәжрибәһен өйрәнергә, партнерҙар һәм клиенттар табырға, бөтөнләй яңы маркетинг инструменттарын индереү буйынса чек-листар алырға мөмкин, - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Быйыл форумда ҡатнашыусыларҙы көтә:

- «Киләсәкте ойоштороу» конференцияһы - өлкәнең алдынғы белгестәре тиҙ үҙгәреүсән шарттарҙа нисек уңышҡа өлгәшеү, ниндәй компаниялар тәьмин итәсәге һәм үҫешеү өсөн нимә кәрәк булыуы тураһында кәңәштәр бирәсәк;

- «Франшиз өсөн маркетинг» семинары эш ҡоралдарын ҡулланып, маркетинг менән һөҙөмтәле идара итергә теләүселәр өсөн иҫәпләнгән;

- нейронкалар һәм ИИ: чек-листар һәм инструкциялар ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре;

- нетворкинг - офлайн һәм онлайн режимда асыҡ булған файҙалы бәйләнештәр һәм танышыуҙар.

Уҙғарыу урыны: Ҡала мәҙәниәт һарайы, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 137. Сара иртәнге сәғәт 10.00-да башлана.

Ҡатнашыу бушлай. Был һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин. Телеграм-бот аша теркәлергә лә була.

Теләге булғандарға онлайн форматта тоташыу мөмкинлеге биреләсәк.

Өҫтәмә мәғлүмәтте «ҡыҙыу линия» телефоны: 7 (347) 224-99-99 буйынса Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәге консультанттарында белергә мөмкин.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21705/ 

 

Автор:
Читайте нас: