Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
18 Июль 2023, 17:45

“Был – беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм ихтирам”

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади органдарының коррупцияға ҡаршы форумы эш башланы.

“Был – беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм ихтирам”
“Был – беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм ихтирам”

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади органдарының коррупцияға ҡаршы форумы эшен башланы. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыйынға килгәндәрҙе тәбрикләү һүҙе менән асылды.

“Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумында ҡатнашыусыларҙы бөтә йөрәктән тәбрикләйем. Уны үткәреү өсөн Өфө ҡалаһын һайлағандары өсөн Федераль ҡаҙналыҡ етәкселегенә рәхмәт, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең өсөн был ҙур яуаплылыҡ һәм оло ихтирам билдәһе булып тора. Форум өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырырға тырышасаҡбыҙ, сөнки һеҙҙең эшмәкәрлек илебеҙ өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең республикала коррупцияға ҡаршы көрөшкә етди иғтибар бирәбеҙ, сөнки, ҡулдар һәм аяҡтарҙы коррупция кеүек “бығау” биләп торһа, республиканың әүҙем алға барышын тәьмин итеп булмаясаҡ”.

Форумда федераль һәм төбәк власть органдарының, банктар һәм корпоратив өлкәнең, юғары уҡыу йорттарының 500-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша. Сараның эшлекле программаһына биш панель ултырышы инә, уларҙа коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комплаенс, был көрәш буйынса төбәк һәм корпоратив алымдар, ошо йүнәлештәге виртуаль активтар, һанлы трансформация ҡоралдары тикшереләсәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Рәшит Кәлимуллин.
 
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: