Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
13 Июль 2023, 16:26

«Аҡыллы ҡала» форумының контакт-үҙәге эшләй башланы

26-28 июлдә Өфөлә ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы үҙгәртеү буйынса «Аҡыллы ҡала — аҡыллы ил» IV Бөтә Рәсәй форумы үтәсәк. Форумдың төп маҡсаты — бизнес менән властың тура диалогын тәьмин итеү. Форум эшендә власть органдары, дәүләт корпорациялары вәкилдәре, ҙур тармаҡ ассоциациялары һәм союздары етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

«Аҡыллы ҡала» форумының контакт-үҙәге эшләй башланы
«Аҡыллы ҡала» форумының контакт-үҙәге эшләй башланы

Форумдың контакт-үҙәге булдырылды, Рәсәй буйынса килгән шылтыратыуҙар өсөн берҙәм бушлай номер – 8-800-101-10-11 эшләй.

«Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил» IV халыҡ-ара ҡалаларҙы үҫтереү һәм цифрлы трансформациялау форумының контакт-үҙәге белгестәре ҡатнашыусылар менән түбәндәге мәсьәләләр буйынса кире бәйләнеште тәьмин итә:

- самолеттарҙың осоп килеү/осоп китеү ваҡыты;

- аэропорттан һәм вокзалдан йәшәү урынына тиклем трансфер;

- ҡунаҡхананы бронләүҙә ярҙам;

- Башҡортостандың иң яҡшы һанлы трансформация тәжрибәләрен күрһәтеү майҙансыҡтарына барыуға яҙма;

- «Аҡыллы Ҡалалар Йүгереүе»нә яҙма;

- «Торатау» Геопаркына «Урал Рухы-Евразия йөрәге»турына яҙма.

Контакт-үҙәктең эш ваҡыты:

- Эш көндәре 26 июлгә тиклем 07.00-16.00 сәғәттәрҙә (Мәскәү ваҡыты буйынса);

- Форумдың эш көндәре 25-28 июлдә сәғәт 07.00-нән 19.00 сәғәткә тиклем (Мәскәү ваҡыты буйынса).

Шулай уҡ бәйләнеш үҙәге белгестәренә сара менән бәйле бөтә һорауҙар һәм программала килеп тыуған үҙгәрештәр буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Һәр кемгә Рәсәй төбәктәрен һәм ҡатнашыусы илдәрҙе үҫтереү һәм цифрлы үҙгәртеп ҡороу буйынса уникаль тәжрибә менән таныша аласаҡ уникаль сарала ҡатнашыу өсөн теркәлергә, шулай уҡ форумдың рәсми порталында үҙ ҡарарҙарын күрһәтергә мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эшлекле программа биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлтелгән көнүҙәк трендтарға һәм технологик инновацияларға арналған. Ҡатнашыусылар үҙ проекттары менән таныштыра, дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙә, төҙөлөштә цифрлы трансформация өлкәһендәге алдынғы Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттар менән тәжрибә уртаҡлаша ала.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21394/ 

Автор:Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: