Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
12 Июль 2023, 19:04

Өфөлә «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» IV Бөтә Рәсәй форумы үтә

26 июлдән 28-енә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» IV Бөтә Рәсәй форумы үтәсәк.

Өфөлә «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» IV Бөтә Рәсәй форумы үтә
Өфөлә «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» IV Бөтә Рәсәй форумы үтә

Форумдың төп маҡсаты - бизнес менән властың тура диалогын тәьмин итеү. Форум эшендә власть органдары, дәүләт корпорациялары вәкилдәре, ҙур тармаҡ ассоциациялары һәм союздары етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Эшлекле программа биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү маҡсаттарына ирешеүгә йүнәлтелгән актуаль трендтарға һәм технологик инновацияларға арналған.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттары менән таныштыра һәм Рәсәй, халыҡ-ара эксперттары менән дәүләт, муниципаль идара итеү, төҙөлөш һ.б. һанлы трансформация өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлаша ала. Иң яҡшы ҡарарҙар, ғәҙәттәгесә, Форум сиктәрендә үтәсәк, тармаҡ-ара күргәҙмә экспозицияһында тәҡдим ителәсәк. Сарала ҡатнашыусылар өсөн төрлө форматтағы уйындар, бай эшлекле һәм мәҙәни программа ҡаралған.

«Аҡыллы ҡала» проекты Рәсәй Төҙөлөш министрлығы менән 2018 йылдан «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекттары сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм теркәлеү - сайтта.

Автор:
Читайте нас: