Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
15 Декабрь 2022, 20:10

Салауат районында Мөрәжәғәтнамә нигеҙендә саралар планы төҙөлә

Бөгөн Салауат районы Хакимиәтендә район башлығы, уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, депутаттар, район хакимиәтенең бүлек етәкселәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тыңланы. Һуңынан республика етәксеһе 2023 йылға билдәләгән төп бурыстар тураһында фекер алышыу булды.

Салауат районында Мөрәжәғәтнамә нигеҙендә саралар планы төҙөлә
Салауат районында Мөрәжәғәтнамә нигеҙендә саралар планы төҙөлә

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Мөрәжәғәтнамә нигеҙендә киләһе 2023 йылда районда иҡтисад һәм социаль өлкәлә тормошҡа ашырыласаҡ саралар планын төҙөргә ҡушты. Муниципалитет башлығы үҙ сығышында ҡайһы бер пландар менән таныштырҙы.

Туризмды һәм “Янғантау” геопаркын үҫтереү сиктәрендә “Салауат ере”, “Каруанһарай” этнокомплекстары, геологик музей проектлана. Әй йылғаһы буйында 30 миллион һумға “Ҡурай” Глэмпинг-паркы (инвесторы – Зеленкин Александр Иванович) проектын ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Ер участкаһы межаланған, кадастр иҫәбенә индерелгән. Һикеяҙ йылғаһы буйында 35 миллион һумлыҡ “Әйҙә Һикеяҙ” ғаилә экологик курорты (Колесников Максим Александрович) проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана, ер һайланған, уны ыҙанлау буйынса эштәр башҡарыла.

Мәскәүҙән инвестор Дмитрий Масков Салауат районы биләмәһендә “Свобода” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен теркәгән. Шәхси инвестициялар иҫәбенә “Янғантау” геопаркы проектын ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Яңы Ҡаратаулы ауылы янында “Карауанһарай” этнокомплексы исемлегенә ингән “SVOBODA OUTDOOR RESORT” кемпингын төҙөү буйынса проект ул. Инвестицияларҙың яҡынса күләме 50 миллион һум планлаштырылған. Шулай уҡ инвестор ошо биләмәлә ресторан төҙөргә ниәтләй.

Районда юл яны сервисын үҫтереү өсөн 10 инвестиция майҙансығы бар. Ер участкаһын ҡуртымға алыуға бер майҙансыҡ буйынса сауҙа үткәрелгән. Эшҡыуар Павел Гусев еңеүсе тип танылған, ер участкаһын ҡуртымға алыу буйынса саралар үткәрелгән һәм 10 млн. һумлыҡ объект төҙөлә башлаясаҡ.

Ауыл хужалығы буйынса район биләмәһендә Йыланыш ауылының шәхси эшҡыуары Светлана Лукьянова крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы 140 баш һыйыр малына иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөргә планлаштыра. Етештерелгән һөт күләме йылына 100 тонна тәшкил итәсәк. Шулай уҡ балыҡсылыҡ уңышлы үҫешә. Быйыл эшҡыуар Эдуард Шәрәфетдинов инкубаторҙы сафҡа индерҙе, ыуылдырыҡтан балыҡ үҫтерә башланы. 1 ноябргә етештереү күләмен 9 тоннаға тиклем арттырҙы. Шулай уҡ ябыҡ цикл аквафермаһы булдырырға һәм балыҡ эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләй.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Мәсетле ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. 2022 йылдың октябрендә Йыланыш, Нәсибаш, Таймый ауылдарында тағы 3 яңы модулле ФАП ҡуйылды. 2023 йылда Урмансы һәм Комсомол модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктарын төҙөү планлаштырыла.

Арҡауыл табип амбулаторияһына капиталь ремонт үткәрелгән, амбулатория яңы мебель менән йыһазландырылған. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына “Диаком” яңы рентген диагностика аппараты алынған.

“Демография” милли проектына ярашлы, Янғантау ауылында 190 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөп, сафҡа индерелде. Малаяҙ ауылында Физкультура-һауыҡтырыу комплексын проектлау һәм артабан төҙөү буйынса эштәр башланған.

– Республика Башлығы алдағы 2023 йылды Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы итеп иғлан итте. Салауат районы “Атайсал” программаһында әүҙем ҡатнаша. Тыуған районына, ауылына ярҙам ҡулы һуҙырға теләүсе яҡташтарыбыҙ бик күп. Киләһе йылға был мөмкинлек тағы ла киңәйә. Беҙ быға булышлыҡ итергә тейешбеҙ, – тине Марс Фәррәх улы.

Хакимиәт башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә кәрәклеген дә белдерҙе. Киләһе аҙнала райондан сираттағы гуманитар йөк Донбасстағы хәрбиҙәргә юлланасаҡ.   

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: