Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
7 Декабрь 2022, 17:33

Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына 20-нән ашыу ил вәкиле килә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 14-16 декабрҙә Өфөлә үтәсәк «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» ХV юбилей форумының программа конференцияһында ҡатнашты.

Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына 20-нән ашыу ил вәкиле килә
Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына 20-нән ашыу ил вәкиле килә

Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып илдең һәм уның төбәктәренең иҡтисади үҫешен үҙ эсенә алған темаларҙы тикшереүҙә ҡыҙыҡһынған бик күп ҡатнашыусыларҙы бер майҙансыҡҡа туплай алды, тип билдәләне Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренсә, 2007 йылда республикала донъяның 9 иленән һәм илебеҙҙең 20 төбәгенән 1,5 мең ҡатнашыусы йыйылды.

– Йылдан-йыл форум үҙгәрә, үҫешә. 2016 йылда Форумды уҙғарыу башланғысын Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев хупланы. Ул, эшҡыуарлыҡ берләшмәләре линияһы буйынса үҙ-ара эш итеүҙе дәртләндереү һәм эшлекле төбәк-ара хеҙмәттәшлекте юлға һалыу бик көнүҙәк бурыс булып тора, тип билдәләне. Былтыр, эпидемиологик сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, уның сараларында 2 мең самаһы кеше ҡатнашты. 100 миллиард һумдан ашыу суммаға рекордлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, – тип хәбәр итте Премьер-министр. – Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланыуға бер аҙна ваҡыт ҡала. Иҡтисади үҫеш өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашырға теләгән кешеләр өс көн буйына Өфө ҡалаһында 15-се тапҡыр осраша. Форумдың программаһында 54 сара ҡаралған, унда федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикер сығыш яһай. 3 меңгә яҡын ҡунаҡтың ҡатнашыуы раҫланған, 20-нән ашыу илдең вәкилдәре заявка биргән. Юбилейлы Халыҡ-ара бизнес аҙналығы майҙансыҡтарында 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе шул иҫәптән Өфөләге Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына, Херсон һәм Запорожье өлкәләренә гуманитар ярҙам программаларын ғәмәлгә ашырған, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәткән ҙур корпорацияларҙы, меценаттарҙы һәм шәфҡәт күрһәтеүселәрҙе ҡабул итеү күҙаллана тип билдәләне. Андрей Назаров форум даирәләрендәге яңы сара хаҡында ла әйтте. Ул иҡтисади санкцияларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса халыҡ-ара эшсе төркөмдөң «Өфө диалогы» ултырышы була. Уның һүҙҙәренсә, был Европа парламенты депутаты, «Франко-Рәсәй диалогы» ассоциацияһының рәйестәше Тьерри Мариани тәҡдим иткән үҙенсәлекле ваҡиға.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19673/ 

Автор:
Читайте нас: