Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
21 Ноябрь 2022, 18:01

Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн 5 биләмә билдәләнде

Башҡортостанда «Туризм өсөн ер» федераль проекты сиктәрендә инфраструктура урынлаштырыуға туристик ҡыҙыҡһыныуҙар һәм ер ресурстары объекттарын асыҡлау буйынса эш төркөмөнөң беренсе ултырышы барышында тәүге 5 ер участкаһын туристик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү өсөн перспективалылар исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн 5 биләмә билдәләнде
Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн 5 биләмә билдәләнде

Шуларҙың 3 ер участкаһы Мәләүез районы биләмәһендә, Нөгөш һыу һаҡлағысы янында, 2 ер участкаһы Ғафури районында, Красноусол минераль сығанаҡтары һәм «Усолка», «Алыҫ Төлкәҫ» геологик киҫелештәре янында урынлашҡан.

- «Туризм өсөн ер» проектының маҡсаты - туристар өсөн ҡыҙыҡлы объекттарҙы билдәләү, туристик инфраструктураны урынлаштырыу өсөн улар янындағы участкаларҙы һәм территорияларҙы асыҡлау. Республика был проектты тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәктәр иҫәбенә инде, - тип һөйләне «Росреестр»ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Башҡортостандың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итеүенсә, яҡын арала туристик ҡыҙыҡһыныуҙың асыҡланған участкалары тураһында мәғлүмәт Росреестрҙың кадастр картаһында (pkk.rosreestr.ru) «Туризм өсөн ерҙәр» бүлегендә урынлаштырыласаҡ. Теләгән кеше, шул иҫәптән инвестор туризм өлкәһендә үҙ проектын тормошҡа ашырыуға ғариза бирә ала. Яңы сервис «Төҙөлөш өсөн ер» сервисы менән оҡшаш (торлаҡ төҙөлөшө өсөн яраҡлы участкаларҙы асыҡлау) эшләй.

Башҡортостанда «Туризм өсөн ер» проектын тормошҡа ашырыу тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырырға, яңы биләмәләрҙе үҙләштерергә һәм матурландырырға мөмкинлек бирәсәк, ошо рәүешле төбәк халҡының йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19499/ 

 

Автор:Правительство Республики Башкортостан
Читайте нас: