Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
1 Ноябрь 2022, 11:13

Өфөлә реабилитациялауҙың һәм инклюзияның иң яҡшы тәжрибәләре тикшереләсәк

8-10 ноябрҙә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында «Кәртәләрҙе емереп» Беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһе ойошторола. Был Башҡортостанда үткәрелгән реабилитация индустрияһының иң күләмле форумы буласаҡ.

Өфөлә реабилитациялауҙың һәм инклюзияның иң яҡшы тәжрибәләре тикшереләсәк
Өфөлә реабилитациялауҙың һәм инклюзияның иң яҡшы тәжрибәләре тикшереләсәк

Әлеге ваҡытта күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн илдең 12 төбәгенән: Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Владимир, Ленинград, Мәскәү, Новосибирск, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, шулай уҡ Краснодар, Приморье крайҙарынан, Башҡортостандан һәм Татарстандан 50-нән ашыу предприятие ғариза биргән.

«Кәртәләрҙе емереп» тәүге асыҡ форум-күргәҙмәһе – ул Рәсәйҙең 7 төбәгенән 70-тән ашыу спикер ҡатнашлығында иң киң мәсьәләләр даирәһе буйынса 30-ға яҡын фекер алышыу майҙансығы, "түңәрәк өҫтәл", конференция һәм оҫталыҡ дәрестәре.

8 ноябрҙә Форумдың төп сараһы – «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар». 10 ноябрҙә Социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтә.

8 ноябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Кәртәләрҙе емереп» балалар ижады фестивале, ә 9-10 ноябрҙә Конгресс-холда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан «Изге республика» уникаль тауарҙар һәм изделиелар йәрминкәһе уҙғарыла. Бынан тыш, «Әсә йөрәге» әсәләр советынан, Ортомода компанияһынан мода күрһәтеү һәм инклюзив коллективтар ҡатнашлығында концерт программаһы ҡаралған.

«Кәртәләрҙе емереп» беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһе – ул инвалидлыҡты реабилитациялау һәм иҫкәртеү, теләүселәрҙең барыһының да реабилитациялау техникаһы етештереүселәр һәм тәьмин итеүселәр менән үҙ-ара эш итеүен ойоштороуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ.

Форумды ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы, «Кәртәләрҙе емереп» социаль технологиялар үҙәге автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ярҙамында БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы, «Социум+» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Президент гранттары фонды.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: