Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
24 Октябрь 2022, 20:23

Өфөлә Рәсәй энергетика форумында ҡояш электр станцияһы сафҡа индереләсәк

26 октябрҙә Өфөлә Рәсәй энергетика форумын асыу тантанаһында Ағиҙел ҡалаһында ҡояш электр станцияһын сафҡа индереү тантанаһы була. Шулай уҡ реаль ваҡыт режимында Бәләбәй районының «Алексеевка» подстанцияһына һауа линияһының икенсе селтәрен төҙөү тамамланасаҡ.

Өфөлә Рәсәй энергетика форумында ҡояш электр станцияһы сафҡа индереләсәк
Өфөлә Рәсәй энергетика форумында ҡояш электр станцияһы сафҡа индереләсәк

Рәсәй энергетика форумы 26-28 октябрҙә ВДНХ-ЭКСПО комплексында уҙа. Сараны РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, РФ Энергетика министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойоштора. Эшлекле программа сиктәрендә Рәсәйҙең 30 ҡалаһынан һәм сит илдәрҙән 250 спикер ҡатнашлығында 30-ҙан ашыу сара уҙғарыла. Сараның төп ваҡиғаһы - «Тышҡы саҡырыуҙар шарттарында электр энергетикаһы инфраструктураһын үҫтереү» темаһына пленар ултырыш.

- Бөгөн энергетикалағы хәл импортты алмаштырыу шарттарында үҫешә, илдең энергия именлеген тәьмин итеү өсөн уны мөмкин тиклем әүҙемләштереү зарур. Башҡортостанда был процестың бер аҙ алда барыуын билдәләп үтергә кәрәк. Республика электр селтәрҙәре компанияһында 2012 йылда уҡ бындай системаны илебеҙҙә етештерелгән программа менән тәьмин итергә ҡарар ителде. Өфө трансформатор заводын һатып алыу менән беҙ республика биләмәһендә етештерелгән трансформатор продукттарының төрлөлөгөн киңәйттек. Предприятие планында - бөтә төр ҡеүәттәге трансформаторҙар һәм реакторҙар сығарыу. Рәсәйҙә тәүге электротехник кластерҙы ойоштороу әүҙем бара. Алдағы энергетика форумында, тәү сиратта, беҙҙең ихтыяждарҙы билдәләргә, үҫеш нөктәләрен асыҡларға һәм тышҡы саҡырыуҙар шарттарында ватан энергетикаһы үҫеше стратегияһын әҙерләргә кәрәк, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Форумдың тәүге көнөндә яңы сәйәси-иҡтисади шарттарҙа электр энергетикаһы үҫешен закондар менән тәьмин итеү, Рәсәй, Волга буйы федераль округы һәм Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге макроиҡтисад һәм энергетика торошо һәм фараздары, яңы перспективалы планлаштырыу системаһына күсеү, энергетика тармағын һанлаштырыу, электр селтәре комплексында идара итеү һәм файҙаланыу практикаһы тикшереләсәк. Пленар ултырыштың айырым секцияһы электр энергетикаһында импортты алмаштырыу темаһына арналасаҡ.

Икенсе көн ғилми-техник көн тәртибенә арналған, ә өсөнсөһө йәштәр өсөн практика форматында төҙөлгән. Студенттарҙың алдынғы энергетика компаниялары директорҙары менән «галстукһыҙ» осрашыу мөмкинлеге буласаҡ. Бынан тыш, компания эксперттары кандидаттарҙың резюме сифатын баһалай һәм урында кире бәйләнеш бирә ала: практикаға, стажировкаға йәки әңгәмәләшеүгә саҡырырға мөмкин. ВДНХ-ЭКСПО Конгресс-залында профилле юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн Энергетик диктант ойошторола. Ул электр энергетикаһы теорияһы, генерацияның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше буйынса 35 һорауҙан һәм энергетика тарихынан ҡыҙыҡлы факттарҙан тора.

Һуңғы көндөң секцияларының төп темалары - экологик технологиялар, тирә-яҡ мөхиткә йөкләмәне кәметеү, яңы технологиялар. Фекер алышыуҙа Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең эре компаниялары, федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, профилле ассоциациялар һәм берекмәләр, алдынғы эксперттар һәм киң мәғлүмәт саралары ҡатнашасаҡ.

Мәғлүмәт сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/19213/ 

Автор:
Читайте нас: