Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
29 Апрель 2021, 15:59

ТӨБӘК-АРА ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ

Салауат районында Башҡорт тарихы йылына арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Өфө ғалимдары, төньяҡ-көнсығыш райондарының тыуған яҡты өйрәнеүселәре, тарихсылары, хакимиәт, ҡоролтай вәкилдәре, Салауат районы мәктәптәре директорҙары Лағыр ауылына йыйылды.Лағыр урта мәктәбе нигеҙендә уҙған фәнни-ғәмәли конференция Салауат Юлаев һәм 1773-1775 йылдарҙағы Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышы темаһына арналды. Сарала ҡатнашыусылар XVIII быуатта барған башҡорт ихтилалдары һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттары ырыуҙарының унда ҡатнашыуы тураһында фекер алышты.

Салауат районында Башҡорт тарихы йылына арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Өфө ғалимдары, төньяҡ-көнсығыш райондарының тыуған яҡты өйрәнеүселәре, тарихсылары, хакимиәт, ҡоролтай вәкилдәре, Салауат районы мәктәптәре директорҙары Лағыр ауылына йыйылды.
Лағыр урта мәктәбе нигеҙендә уҙған фәнни-ғәмәли конференция Салауат Юлаев һәм 1773-1775 йылдарҙағы Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышы темаһына арналды. Сарала ҡатнашыусылар XVIII быуатта барған башҡорт ихтилалдары һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттары ырыуҙарының унда ҡатнашыуы тураһында фекер алышты.
Конференцияла яңғыраған тәҡдимдәр буйынса резолюция ҡабул ителде. Һуңынан Салауат районы Башҡорт тарихы йылы штандартын Мәсетле районына тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдә Ҡыйғы районында төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияға старт бирелгәйне. Эстафетаны Иҫке Мөхәмәт ауылында Лағыр ауылы ҡабул иткәйне.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ринат Даян улы Ситдиҡов етәкселегендәге Лағыр урта мәктәбе коллективы сараға бик матур һәм юғары кимәлдә әҙерләнгәйне. Ҡунаҡтарҙы һоҡландырырлыҡ, ғәжәпләндерерлек, тәжрибә алырлыҡ ыңғай миҫалдар күп булды.
(Саранан тулы репортажды "Йүрүҙән" гәзитенең киләһе һандарында уҡығыҙ).
Читайте нас: