Пленар ултырышты алып барыусы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова V Бөтә донъя ҡоролтайына әҙерлек барышы һәм Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы тураһында доклад менән сығыш яһаны. БР Мәғариф министрлығы вәкиле Гөлназ Усманова Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында күтәрелгән проблемалар һәм уның резолюциялар проекты менән таныштырҙы. БР Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре Мәрхәбә Дәүләтшина республикала милли мәғарифты үҫтереү концепцияһын эшләү йүнәлешендә башҡарылған хеҙмәттәр һәм киләсәккә бурыстар тураһында бәйән итте. Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова урындарҙа ойоштороласаҡ ата-әсәләр комиссиялары алдында торған бурыстарға иғтибарҙы йүнәлтте. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, «Тормош һабаҡтары» дәреслектәре авторы, ветеран-педагог Мәрйәм Бураҡаеваның һәр ваҡыттағыса тос һүҙле сығышы конференцияның бәҫен күтәрҙе, йәм һәм ғәм өҫтәне, рух күтәренкелеге бирҙе.