Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
24 Апрель 2019, 18:41

“Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн”

Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Көнһылыу Ғәлиеваның ҡоролтайҙағы сығышынан

Халыҡтың көнитмеше

Салауат районында халыҡ һанының күпселеген башҡорттар тәшкил итә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса улар – 66,4 процент. Ауылдар буйынса халыҡ составының тарихи килеп сығышы тотороҡло һаҡлана. 18-се быуаттың башында барлыҡҡа килгән Нәсибаш, Миәшәгәр, Таймый, Лаҡлы һәм Татар Малаяҙы татар-мишәр ауылдары, шул уҡ осорҙа күскенсе завод крәҫтиәндәренән килеп сыҡҡан Гусевка, Бычковка, Покровка урыҫ ауылдарының милли составы бер төрлө. Малаяҙ, Мөрсәлим, Торналы, Арҡауыл кеүек ҙур ауылдарҙа ҡатнаш халыҡ йәшәй. Дөйөм 60 ауылдың дүрттән өс өлөшө тарихи башҡорт ауылдарынан тора. Һәр ауылдың проблемалары бер төрлө, халҡы ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла бер үк шарттарҙа көн күрә. Шуға күрә беҙҙең районда башҡорттарҙы ғына айырып, уларҙың ғына проблемаһы хәл ителмәй. Ниндәй мәсьәләләрҙе генә ҡарағанда ла, улар барыһы ла бар район өсөн көнүҙәк.


Көнүҙәк мәсьәләләр

Район башҡорттары ҡоролтайы ағартыу һәм тәрбиә эшен барлыҡ халыҡҡа ҡарата үҙенә өҫтөнлөк итеп билдәләне. Һәр ауыл кешеһе өсөн ер пайҙары, ғаилә килеме сығанаҡтары, эшҡыуарлыҡ, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү мәсьәләләре көнүҙәк. Хәлгә төшөнөп кенә аныҡ юлдарҙы эҙләргә мөмкин, шуға беҙ асыҡ статистика мәғлүмәттәрен өйрәнеп, анализлай башланыҡ. Урындарға сығып осрашыуҙар ойоштороп, халыҡ менән аралашыуҙы ғәмәлгә индерҙек.


Башҡорт телен уҡытыу торошо

Киләһе эш йүнәлеше – райондың белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыу торошон өйрәнеү. Был мәсьәләне Малаяҙ башҡорт гимназияһынан ҡарай башлап, ентекле өйрәнеп, барлыҡ мәктәптәр һәм балалар баҡсаһына хас киңерәк проблемаларға сыҡтыҡ. Уға беҙ 2017 йылдың февралендә, отчет-һайлау конференцияһы үтеү менән, тотондоҡ, өс уҡыу айында ла шуның менән шөғөлләндек, мәктәптәрҙә ике күсмә ултырыш уҙғарҙыҡ.

Май һуңында Салауат районы прокуратураһы закондарға ярашлы мәктәптәрҙе тикшерергә тотондо, уны үтәүгә ҡәтғи талап ҡуйылды, был иһә белем усаҡтарының хәлен киҫкенләштерҙе. Бында инде район башҡорттары ҡоролтайына белем биреү учреждениеларын яҡларға тура килде. Артабанғы ваҡиғалар барышы барыбыҙға ла мәғлүм. Һөҙөмтәлә райондың бөтә мәктәптәрендә лә 2017-2018 уҡыу йылына уҡытыу сәғәттәре кәмене. 2018-2019 уҡыу йылдарына ғына хәлде саҡ ҡына төҙәтеп булды.

Ғөмүмән, барлыҡ проблемаларҙы беләбеҙ, әммә унан еңел дә, яҡшы ла булып ҡалманы. Сәғәттәр аҙайҙы, бөтөн класс менән ата-әсәләрҙең төбәк (һайлау) компоненты сиктәрендәге башҡорт теленән баш тартыуы факттары ла булды. Ыңғай мәле: Малаяҙ ауылы балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре барлыҡҡа килде.


“Ағинәйҙәр ҡоро” хәрәкәте

Ҡоролтай эшмәкәрлегенең мөһим өлкәһе – үҙебеҙҙең “Ағинәйҙәр ҡоро” хәрәкәтенә ойоштороуҙа, мәғлүмәт яғынан ярҙам күрһәтеү. Беҙ был йәмәғәт хәрәкәтен әүҙемләштереп, уға барлыҡ башҡорт ауылдары, бигерәк тә мәктәбе, клубы булмаған бәләкәй ауылдарҙағы, ҡатын-ҡыҙҙарға берләшергә ярҙам итеү бурысын ҡуйҙыҡ. Ике йыл эсендә “Ағинәйҙәр ҡоро” ҙур күмәк ойошмаға әүерелде, ҡатын-ҡыҙҙар тырыша, берләшә, ауыл биләмәләрендәге, райондағы бер сара ла уларһыҙ үтмәй. Ағинәйҙәр урындағы фольклорҙы, халыҡ йолаларын, уйындарын тергеҙә, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына йөрөйҙәр, никахтарҙа ҡатнашып, үҙ ауылдаштарының башҡорт туйҙарында боронғо йолаларҙы күрһәтәләр.


“Янғантау” геопаркы – өҫтөнлөклө йүнәлеш

Район башҡорттары ҡоролтайы Салауат районының бар ижтимағи әһәмиәтле мәҙәни һәм мәғариф проекттарының мәғлүмәт партнеры, ойошторошоусыһы булып тора.

Ҡоролтай активистары ЮНЕСКО геопаркы статусына дәғүә итеүсе, Рәсәйҙәге тәүге “Янғантау” Геопаркын булдырыуға тос өлөш индерҙе. Халыҡтың, урындағы ҡул оҫталарының, халыҡ энтузиастарының әүҙем ярҙамы менән ҡыҫҡа осорҙа геопарктың этномәҙәни составын тергеҙеү һәм тейешле талаптарға килтереү, уның идеяларын халыҡ араһында пропагандалау буйынса ҙур күләмле эштәр башҡарылды.


Мәҙәниәт

Салауат Юлаев музейы менән берлектә уҙғарылған саралар йәмәғәтселектә һәм халыҡ араһында ыңғай баһа алды. Йыл һайын уҙғарылған “Салауат тоҡомдары” – конкурсы хәҙер төбәк-ара кимәлгә күтәрелде. Унда егеттәр-ҡыҙҙар башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, башҡорт теле нескәлектәрен белеүҙә, матурлыҡ һәм ҡыйыулыҡта ярыша. Ҡышҡы аттар ярышы быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылды, был спорт сараһы башҡорт аттарын, ат сабыштарын яратыусыларҙы бер майҙанға тупланы. “Һабантуй” халыҡ байрамының йәйғор төҫөндәй матурлығы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ағинәйҙәрҙең тырышлығы менән тирмәләрҙең, бәләкәй йорттарҙың, ихаталарҙың биҙәлешенән тора. Уларҙың намыҫлы эшен йыл һайын жюри ғәҙел баһалап дәртләндерә.


Фәнни-мәғрифәтселек эше, үҙ-ара хеҙмәттәшлек

Ҡоролтайҙың мөһим эшмәкәрлеге өлкәһенең береһен фәнни-мәғрифәтселек эше тәшкил итә. Башҡортостандың 100 йыллығы алдынан төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн “Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм нығыныуы тарихы аспекттары: төньяҡ-көнсығыш райондары”, “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондары мәғариф учреждениеларында туған телде уҡытыу, башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләре”, “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы – төньяҡ-көнсығыш райондары проекттары, тәҡдимдәре” темаларына “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Республиканың күрше райондары, күрше Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ, Иван-Ҡатау һәм Трехгорный, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалалары башҡорттары ҡоролтайҙары менән концерт номерҙары ҡуйышыуға, конференцияларҙа ҡатнашыуға ҡоролған хеҙмәттәшлек яҡшы традицияларҙы, башҡорт милли сәнғәтен популяр­лаштырыуға булышлыҡ итә, сит төбәктә йәшәгән башҡорттарҙы рухландыра.

Шулай итеп, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы райондың йәмәғәт тормошонда билдәле урынды алып тора, үҙ аллы эшләп, районды артабан үҫтереүгә йәмғиәттең ыңғай көстәрен туплауға үҙ өлөшөн индерә. Төп бурыс – эште яҡтыртыу, быны хәл итеү өсөн бөтә трибуналарҙы, барлыҡ мәғариф, мәҙәни сараларҙы, теләһә ҡайһы аудиторияларҙы файҙаланырға тырышабыҙ. “Халыҡ алдына сығыу” принциптарын тергеҙәбеҙ.


Район башҡорттары ҡоролтайы конференцияһындағы сығыштарҙан
Балаларыбыҙҙы туған телдән мәхрүм итмәйек!


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат СИРБАЕВ:
– Бала тыуғас та, уның теле әсә телендә асылырға тейеш. Белеүегеҙсә, хәҙерге балалар йәнһүрәттәр ҡарап үҫә.Шуға бөгөн башҡорт телендәге йәнһүрәттәр эшләргә, компьютер уйындары уйлап табырға кәрәк. Шулай уҡ смартфондарҙа башҡортса шрифттарҙы әүҙем ҡулланып яҙышһаҡ ине. Әле башҡорт телен цифрлаштырыу бара.
Милләттәштәрҙе “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”нда ҡатнашырға саҡырабыҙ. Был мөһим документ 28 июндә Өфөлә үтәсәк Бишенсе Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡабул ителәсәк. “Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн” девизы аҫтында үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ үҫешен 2050 йылға тиклем билдәләргә кәрәк. Тәҡдимдәр strategy.baskort.org сайтында ҡабул ителә.


“Янғантау” геопаркы белгесе Айрат ҒӘЛИЕВ:

– Былтыр беҙҙең районға ЮНЕСКО Геопаркы эксперттары килгәйне. Геопарк буйынса материалдар менән танышҡас, Ирландия гражданы беҙгә унда башҡорт телендә мәғлүмәттәр булмауына иҫкәртеү яһаны. Бигерәк тә уларҙы урындағы һөйләш үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн беҙҙең яҡ диалект юғалып бара. Олатай-өләсәйҙәрҙең “жыям”, “жәй” тигәнерәк һөйләшкән телен һаҡларға кәрәк.


Район мәғариф бүлегенең туған телдәрҙе уҡытыу буйынса методисы Люциә ҒАБДРАХМАНОВА:

– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – милләтебеҙ һағында тороусылар, телебеҙҙе яҡлаусылар һәм һаҡлаусылар. Балаларыбыҙ күңелендә мәктәп эскәмйәһенән үк милли рух, теленә, халҡына һѳйѳү уятыу – беҙҙең бурысыбыҙ булып тора. Районда бөтәһе – 32 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Мәктәптәрҙә бөгөн 3328 уҡыусы белем ала. 16 мәктәптә 754 бала үҙ туған башҡорт телендә белем алһа, 5 мәктәптә 1062 бала туған башҡорт телен өйрәнә. Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ, башҡорт телен 1050 бала үҙләштерә. Үҙ аллы 4 балалар баҡсаһы, 21 мәктәп ҡарамағындағы төркөм эшләп килә. 13 башҡорт төркөмөнә 393 бала йөрөй, 8 төркөмдә 160 тәрбиәләнеүсе туған башҡорт телен өйрәнә.
Ҡоролтайҙа әйтелеүенсә, милли асылыбыҙҙы һаҡларға уйлайбыҙ икән, иң беренсе балаларҙы туған телдә белем алыуҙан мәхрүм итергә ярамай, йәнә лә эште ата-әсәләр, уҡытыусылар бер төптән булып алып барырға тейеш.




Читайте нас: