Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҙған шәмбе, Ҡыйғы районына эш сәфәренән һуң, “Янғантау” шифаханаһында ойошторолған Ауыл биләмәләре манифесын әҙерләү буйынса проект сессияһы эшендә ҡатнашты. Семинар-кәңәшмәгә төньяҡ-көнсығыш төбәгенән, шулай уҡ Иглин, Нуриман, Ҡариҙел райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары ла йыйылғайны.
“Һеҙ – командабыҙҙың төп кешеләре, беҙҙең терәгебеҙ, ярҙамсыбыҙ, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарына. – Тап һеҙ халыҡ менән эшләйһегеҙ. Иңегеҙҙә – ауыл биләмәләрен үҫтереү, һәм беҙ был йәһәттән етди ярҙам итәсәкбеҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Республикабыҙҙы бергә үҫтергәнегеҙ өсөн оло хөрмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ”.
Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, ун өҫтәлгә бүленеп, ауыл хужалығын, эшҡыуарлыҡты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл инфраструктураһын, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, экологияны, социаль өлкәне һәм башҡа мөһим тармаҡтарҙы үҫтереү буйынса проекттарын төҙөнө. Ауыл советтары манифесын әҙерләүҙә республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары етәкселәре йәки уларҙың урынбаҫарҙары эксперттар булараҡ сығыш яһаны. Һуңынан һәр төркөм вәкиле эштәрен республика етәксеһе Радий Фәрит улына тәҡдим итеп, уның менән фекер алышты. Беҙҙең райондан Лағыр һәм Мәсетле ауыл биләмәләре башлыҡтары Зәбир Ситдиҡов менән Адик Асҡаров үҙҙәренең социаль йүнәлешле һәм хәүефһеҙлек буйынса үҙенсәлекле проекттары тураһында һөйләне.
Сараны йомғаҡлап, Радий Хәбиров иң яҡшы тәжрибә өлгөләренең, тәҡдимдәрҙең республика Хөкүмәтенә ҡушыласаҡ аныҡ эштәр нигеҙенә һалынасағын әйтте. “Янғантау”ҙа үткән ошондай ауыл биләмәләре башлыҡтары менән семинар-кәңәшмә өсөнсөһө булды. Тәүге икәүһе быға тиклем Әбйәлил һәм Борай райондарында уҙғарылған.
Арҡауыл ауыл биләмәһе башлығы Луиза Хәйретдинова:
– Республика етәкселеге менән үткән был осрашыу киләсәктә беҙҙең эшебеҙҙә ыңғай сағылыш табыр. Министрлыҡ вәкилдәренә үҙебеҙҙең халыҡты борсоған урындағы һорауҙарҙы шунда уҡ бирә алдыҡ. Шуларҙың бер нисәһе генә хәл ителһә лә, ул бик яҡшы буласаҡ.
“Түңәрәк өҫтәл”дә экология, икенсел сеймалды эшкәртеү, шишмәләрҙе, ял һәм һыу инеү урындарын төҙөкләндереү, экомузей булдырыу мәсьәләләре буйынса фекер алыштыҡ.
Лағыр ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов:
– Ауыл ерендә оло йәштәге яңғыҙ граждандарҙың яҙмышын хәл итеү, янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин итеү буйынса һорауҙарҙы ведомстволар етәкселәренә туранан-тура бирә алдыҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә социаль, медицина ярҙамы, курорт-дауалау хеҙмәтен күрһәтеү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булдырыу тураһында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа үҙ тәҡдимдәребеҙҙе еткерҙек. Халыҡ үҙен борсоған һорауҙар менән иң беренсе урындағы үҙидара органдарына килә бит. Ошондай ирекле һәм асыҡ форматтағы аралашыу беҙгә, ауыл башлыҡтарына, киләсәккә ҙур өмөттәр бирә.