Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
16 Апрель 2019, 14:46

Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе нығыраҡ борсой

Район дауаханаһында урындағыларҙан бигерәк ситтәр күп. Ни өсөн Мөрсәлим участка дауа­ханаһында тәүлек әйлә­нәһенә эшләгән стац­ионар бөтөрөлдө, Татар Малая­ҙында айырым ФАП асып булмаймы, ниңә “ашығыс ярҙам” маши­налары нави­га­торҙар менән йыһазлан­ды­рылмаған һ. б. шундай сетерекле һорауҙарын бирҙе ауыл биләмәләре башлыҡтары республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә.

Район дауаханаһында урындағыларҙан бигерәк ситтәр күп. Ни өсөн Мөрсәлим участка дауа­ханаһында тәүлек әйлә­нәһенә эшләгән стац­ионар бөтөрөлдө, Татар Малая­ҙында айырым ФАП асып булмаймы, ниңә “ашығыс ярҙам” маши­налары нави­га­торҙар менән йыһазлан­ды­рылмаған һ. б. шундай сетерекле һорауҙарын бирҙе ауыл биләмәләре башлыҡтары республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә.

“Янғантау” шифаха­наһында республика муниципаль райондарының ҡала һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү көнүҙәк мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмә үтте. Унда туғыҙ район делегацияһы ҡатнашты. Сараны БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов алып барҙы.

Сығыш яһаусыларҙан республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннуроваға һорауҙар күп булды. Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садиҡов (һүрәттә) 2,5 меңләп урындағы халыҡты һәм яҡын-тирә ауылдарҙы хеҙмәтләндергән участка дауаханаһын врач амбулаторияһы итеп ҡалдырылыуы менән килешмәне.

– Тәүлек әйләнәһенә эшләгән койкаларҙы һаҡлар өсөн халыҡ һаны 5-7 мең булырға тейеш. Был оптимизация менән бәйле, – тине Гөлнара Фаат ҡыҙы. – Сирләһәгеҙ, табипты өйгә саҡыртырға кәрәк. Улар мотлаҡ килеп, медицина ярҙамы күрһәтергә бурыслы.

Малаяҙ ауыл биләмәһе башлығы Светлана Ишмөхәмәтова, район үҙәге яҡын булыуына ҡарамаҫтан, 700-ләп кеше йәшәгән Татар Малаяҙы ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына мохтаж булыуын әйтте. Министр урынбаҫары был мәсьәләне ҡарарға ышандырҙы. Малаяҙ үҙәк дауаханаһында күберәк сит төбәк халҡы ятыуына ҡағылған залдан бирелгән һорауға ҡәнәғәтләндерерлек яуап булманы.

Таймый ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Минһажевтың һорауына: Урмантау, Ташауыл кеүек төпкөл ауылдарға барғанда, саҡырыу адресын аныҡ белеү өсөн “ашығыс ярҙам” машиналарына навигация ҡоролмаһы ҡуйыу талап ителеүенә килгән- дә иһә, махсус автомобилдәр барыһы ла ГЛОНАСС-ҡа тоташтырылған, элемтә булмаһа, эшләмәй. Гөлнара Зиннурова, адрестарҙы тиҙ табыу өсөн, ауылдарҙа йорт һандары һәм урам исемдәре яҙылған билдәләр булырға тейешлеген белдерҙе.

– Республикала ауыл медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеүҙә ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә. Шулай ҙа 120-нән ашыу ФАП-тарҙа бөгөн фельдшерҙар юҡ, – тине ул.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары ауыл биләмәләре башлыҡтарын тәмәке тартмаҫҡа, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуҙа үҙ халҡына үрнәк булырға саҡырҙы.
Читайте нас: