Әсә, Ҡатын-ҡыҙ Ер йөҙөндә иң гүзәл зат тиҙәр. Был фекергә тәрән мәғәнә һалынған: тышҡы ҡиәфәте генә түгел, ә күңел матурлығы ла күҙ уңында тотола. Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтебеҙҙең бөтә тармаҡтарында ла әүҙем эшләй.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, районда ҡатын-ҡыҙҙар советы 1965 йылда рәсми теркәлә һәм бөгөнгә тиклем уңышлы эшләп килә. Уның етәкселәре Асия Фәттәхова, Наилә Хәлилова, Лиза Ғәниева, Рая Носратуллина, Көнһылыу Ғәлиева, Маргарита Сәфәрғәлина йәмғиәттең эшен ойоштороуға ҙур өлөш индерҙе. Бөгөн һәр бер ауыл биләмәһендә шундай ойошма бар. Иң әүҙем эшләгәндәрҙән Арҡауыл (В.В. Ҡаһарманова), Торналы (З.М.Хисмәтуллина), Лаҡлы (Э.А. Мөхәмәтйәнова), Мөрсәлим (Н.Ф.Пепеляева), Первомайский (Ф.М.Хәсиәтуллина), Таймыйҙы (Г.Г. Ишмөхәмәтова) айырып әйтергә була. Улар урындағы ауыл хакимиәте һәм башҡа ойошмалар менән бергә төрлө саралар үткәрә. Бигерәк тә Арҡауыл ауылы биләмәһендә ауыр тормош һынауҙары алдында ҡалған ғаиләләр менән эш, эскән әсәй һәм атайҙар менән әңгәмәләр ойоштороу төп урында тора. Бында ауыл хакимиәте башлығы Луиза Хәйретдинованың ойоштороу һәләте, һәр бер ғаиләне күҙ уңында тотоуы маҡтауға лайыҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡарары менән тәжрибә уртаҡлашыу, халыҡҡа ярҙам итеү, эскелек менән көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында “Сәләмәт ғаилә” девизы аҫтында райондың төрлө өлкәләрендә эшләгән белгестәр менән семинарҙар планлаштырылды.Тәүгеһе Әлкә ауылында үтте, халыҡ йыйылып, бөтә мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде, кәрәкле кәңәштәр бирелде. Хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы Лена Ямалетдинова эскелек, рухи тәрбиә тураһында әсенеп һөйләне һәм ауылдаштарын сәләмәт тормош алып барырға өндәне.
Ҡатын-ҡыҙ, Әсәй, Өләсәй йәш быуынды тәрбиәләүҙә иң мөһим роль уйнай: туған телебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур йоғонто яһай. Салауаттай батыр улдар, Әминәләй һылыу ҡыҙҙар, Рәми менән Сафуандай йор һүҙле тел һаҡсыларын тәрбиәләйек.
район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.