Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
5 Март 2019, 11:34

Йорттарҙы капиталь йүнәтеү, “сүп-сар” реформаһы

Район Хакимиәтендә күп фатирлы йорттар советы форумы үтте. Кәңәшмәне район башлығы Марс Кашапов алып барҙы. Сарала хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, Салауат, Мөрсәлим, Янғантау ауыл биләмәләре башлыҡтары, Өфөнөң “Махсус автохужалыҡ” МУП-ы төбәк операторының урындағы вәкиле, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма етәкселәре, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр һ.б. ҡатнашты. Түбәндә форумдан ике мөһим мәсьәлә буйынса сығыштарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Ауылдарҙа – ҡаласа мөхит

Күп фатирлы йорттарҙы капиталь йүнәтеү, подъездарҙы ремонтлау, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программалары менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Рифат ВӘЛИУЛЛИН таныштырҙы.

– Быйыл Малаяҙ ауылында алты йорттоң 13 подъезын ремонтлауға республика ҡаҙнаһынан районға 1 млн. 370 мең һум бүленә. Программа алты йылға иҫәпләнгән. Ошо осорҙа Малаяҙ, Янғантау һәм Мөрсәлим ауылдарындағы 60 күп фатирлы йорттоң 124 подъезын йүнәтергә кәрәк. Республика дөйөм сумманың 90 процентын финанслай, 10 процентын район бюджеты бүлә. Фатир хужалары ла өҫтәп үҙ өлөшөн индерә ала.

Халҡы 1 меңдән ашыу булған тораҡ пункттарҙа, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль програм­маһына ярашлы, ихата биләмәләрен төҙөкләндерергә була. Былтыр Малаяҙ ауылының Коммунистик урамында йәйәүлеләргә ял зонаһы эшләнде, Мәктәп урамында балаларға уйын майҙансығы төҙөлдө. Дөйөм 4,5 млн. һум аҡса тотонолдо. Быйыл Янғантау ауылында 5 ихата биләмәһен төҙөкләндереү: асфальт түшәү, бордюрҙар һалыу, эскәмйә, урналар, фонарҙар ҡуйыу, балалар майҙансығы (резина иҙәнле) төҙөү күҙаллана. Алты йыл эшләйәсәк “Ҡала мөхите” программаһында Арҡауыл һәм Мөрсәлим ауылдары ла ҡатнашасаҡ.

Подъездарҙы ремонтлау һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү программаларын ауыл хакимиәте генә түгел, урындағы халыҡтың да хуплауы, үҙ тәҡдимдәрен индереүе мөһим.

Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкенә капиталь ремонт программаһы буйынса Малаяҙ, Мөрсәлим ауылдарында 12 йорттоң ҡыйығы алмаштырылды. Программа 2014 йылдан бирле ғәмәлдә. Төбәк операторы ошо осорҙа 14 млн. һум иҫәпләгән, шуның 10,5 млн. һумдан ашыуы түләнгән. Күп фатирлы йорттарҙың фатир милекселәренән иғәнәнең дөйөм суммаһынан 75 проценты ғына йыйылған. Түләү ауыр барғас, йорттарҙы капиталь йүнәтеү ваҡытын да тотҡарлай. Быйыл Малаяҙ ауылының Коммунистик урамындағы 67-се йорттоң ҡыйығын ремонтлау планда тора. Ә киләһе йылға Янғантауҙың Үҙәк урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң электр тәьминәтен яңыртыу ҡаралған. Төбәк операторы планына ярашлы, программа алдағы йылдарҙа ла ғәмәлгә ашырыласаҡ.


Сүп-сар сығарыла, әммә түләүҙәр дөрөҫ иҫәпләнмәй

Булат ХӨСНӨТДИНОВ – коммуналь ҡалдыҡтар менән шөғөлләнеүсе төбәк оператор – “Махсус автохужалыҡ” МУП-ының Салауат районы буйынса вәкиле. Яңы “сүп-сар” реформаһы барышы хаҡында ул һөйләне.

– 1 ғинуарҙан район һәр бер ауылға 8 куб.метрлы 60 контейнер алды. Әле ауылдарҙа сүп-сар шунда йыйыла. Ул тулһа, ауыл биләмәһе башлыҡтары беҙгә хәбәр итә. “Махсус автохужалыҡ” предприятиеһының субподрядсыһы – “Прогресс” йәмғиәтенең ике берәмек “КамАЗ”-ы (һәр береһе 30 куб. м. һыйҙырышлы) ҡалдыҡтарҙы Мәсәғүт ТБО-һы полигонына ташый. Ә район үҙәгендә подрядсылар – “Строй-Сервис” һәм “Комус” йәмғиәттәре, халыҡтан сүп-сарҙы йыйып, Малаяҙ ауылындағы элекке ТБО-ға, бушатыу майҙансығына килтерә. Һуңынан уны айырып, сүп-сар Мәсәғүткә оҙатыла. Ғинуарҙа райондан – 1090 куб.м, ә февралдә 1890 куб. м сүп-сар сығарылды.

Яңы төр хеҙмәт күрһәтеүгә ғинуар һәм февралгә Малаяҙ ауылының шәхси йорттарҙа йәшәүселәренә генә түләү квитанциялары килде. Башҡа ауылдар һәм район үҙәгенең күп фатирлы йорттарында йәшәүселәргә ул аҙағыраҡ буласаҡ. Әлбиттә, квитанцияларҙа мәғлүмәттәр дөрөҫ түгел. Беҙгә 300-ҙән ашыу кеше ауыл советы белешмәләре менән мөрәжәғәт итте. Ошо мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн ЕРКЦ-ға – Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә ебәрәбеҙ. Түләү суммаһы, торлаҡта нисә кеше теркәлгәненә ҡарап, икенсе ай ҡайтанан иҫәпләнергә тейеш.

Төбәк операторы вәкиле Булат Рәүил улы эре габаритлы сүп-сар мәсьәләһен дә ҡуҙғатты. Әлегә был һорау асыҡ ҡала. Сөнки төбәк операторы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар (ТКО) менән генә шөғөлләнә, ә ауылдарҙа быға тиклем булған рөхсәтһеҙ сүплектәр ябылырға тейеш.
Читайте нас: