Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
16 Октябрь 2018, 15:35

“Сүп-сар” реформаһы: кемдәр нисек түләр?

Киләһе йылдан республика халҡының коммуналь түләүҙәренә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сорттарға айырыу өсөн хаҡ өҫтәләсәк. Уның әлегә аныҡ тарифы билдәле түгел. БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ноябрҙә түләү хаҡтарын әйтергә тейеш. Был мәсьәлә күптән түгел республика Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Хөкүмәт кәңәшмәһендә тикшерелде.

Киләһе йылдан республика халҡының коммуналь түләүҙәренә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сорттарға айырыу өсөн хаҡ өҫтәләсәк. Уның әлегә аныҡ тарифы билдәле түгел. БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ноябрҙә түләү хаҡтарын әйтергә тейеш. Был мәсьәлә күптән түгел республика Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Хөкүмәт кәңәшмәһендә тикшерелде.
– Берҙәм тариф мөмкин тиклем тиҙерәк билдәле булырға тейеш. Килешеү кампанияһын уҙғарып өлгөрөргә, халыҡ менән аңлатыу эштәре үткәрергә лә кәрәк, – тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев хәбәр итеүенсә, сүп-сарҙы йыйыу һәм сорттарға бүлеүсе төбәк операторҙары менән 10 килешеү төҙөлгән.
– Яҡынса хаҡ йылына 500 һум булыр. Әммә түләү кешенең күпме сүп-сар етештереүенән торасаҡ. Әгәр ул бер йылда 1 кубометр ҡалдыҡ сығарһа, хаҡ – 500 һум. Шуға ярашлы, дүрт кешенән торған ғаилә йылына 2 мең һум түләйәсәк – бер кешегә айына 42 һум була, – тип аңлатты министр.
Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн күп фатирлы йортта йәшәүсе кеше йылына 2, 3 куб.м сүп сығарып түгә. Яҡынса тарифтан сығып ҡарағанда, йыл һайын – 1150 һум йәки бер кешенән 96 һум. Ә бына ауыл ерендә шәхси йортта йәшәүселәр йылына күберәк – 3,4 куб.м ҡалдыҡ ташлай. Шуға ла сумма айына 142 һум тәшкил итә. Әгәр халыҡ йортонда сүпте айырып йыйһа, төбәк опе­раторҙары хаҡты төшөрөүе лә ихтимал. “Сүп-сар” реформаһы ауыл ерлеге өсөн яңылыҡ булып килеп инә. Быға тиклем ауыл халҡы көнкүреш ҡалдыҡтарҙы эргәләге сүплектәргә илтә ине. Хәҙер уларҙы һәр муниципалитет бөтөрөргә тейеш.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев белдереүенсә, сүп-сарҙы “ҡыуаҡ араһына ырғытып китеү”гә юл ҡуйылмаясаҡ. Был өлкәлә закондар ҡәтғиләшәсәк.
Федераль реестр мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 36 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар (ТКО) полигоны, 13 сүпте сортировкалау комплексы, 4 составында терегөмөш булған ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу ҡоролмаһы, 2 макулатура эшкәртеү һәм шунса иҫке автомобиль шиналарын эш итеү урындары бар. Әлбиттә, был предприятиелар һаны ғына етмәй.
– Беҙҙең баһа буйынса, тағы 9 ТКО полигоны, 26 сүп сортировкалау комплексы, 48 сүпте тейәп оҙатыу пункты һәм өс экотехнопарк кәрәк буласаҡ, – тине кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Республикала, “Экология” милли проектына ярашлы, 13 ҡала сигендәге 26 сүплекте юҡ итеү бурысы тора. Ул РФ Президентының май указдары буйынса ғәмәлгә ашырыла. Ошо маҡсатҡа сығымдың 98 проценты федераль бюджеттан булһа, ҡалған 2 проценты республика ҡаҙнаһынан бүленергә тейеш.
Рәсәйҙә йылына 50 млн. тонна көнкүреш ҡалдығы йыйыла. Башҡортостанда ғына 2300 законһыҙ сүплек барлыҡҡа килгән. “Сүп-сар” реформаһы тирә-яҡ мөхитте таҙартыу, экологияны яҡшыртыу, икенсел сеймалды эшкәртеүҙе яйға һалыу маҡсатын ҡуя.
Читайте нас: