Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
7 Август 2018, 12:17

Килде замана: сүп-сар өсөн түләйәсәкбеҙ

Киләһе йылдан илдә сүп-сар менән эш итеүҙең яңы тәртибе индерелә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып, сорттарға айырып, уны эшкәртеү, утилләштереү менән республика төбәк операторы шөғөлләнәсәк. Ә был хеҙмәт өсөн халыҡ түләргә тейеш буласаҡ.

Киләһе йылдан илдә сүп-сар менән эш итеүҙең яңы тәртибе индерелә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып, сорттарға айырып, уны эшкәртеү, утилләштереү менән республика төбәк операторы шөғөлләнәсәк. Ә был хеҙмәт өсөн халыҡ түләргә тейеш буласаҡ.
Өфөнән килгән төбәк операторы – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус-лаштырылған автомобиль хужалығы” (“Спецавтохозяйство”) муниципаль унитар предприятиеһы вәкилдәре район хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Осрашыуҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь, фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рифат Вәлиуллиндың етәкселегендә үтте.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән яңыса эш итеү тәртибе, уны ниндәй закондар көйләүе тураһында “Спецавтохозяйство” предприятиеһы директоры урынбаҫарҙары Рәшит Һөйәрғолов менән Илмир Хәсәнов һөйләне. Улар аңлатыуынса, халыҡтан көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн һәр бер ауылда урындағы үҙидара органдары контейнер майҙансыҡтары эшләргә тейеш. Уның ҡаты (асфальт йәки бетон түшәлгән) ерҙә урынлашыуы, өс яҡтан кәртәләнгән, кереү юлы, яҡтыртылған булыуы мөһим. Ә иҫке мебель, көнкүреш техникаһы, төҙөлөш ҡалдыҡтары кеүек эре сүптәрҙе түгеү өсөн ауылдарҙа айырым майҙансыҡ та кәрәк буласаҡ. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға (ТКО) ҡараған сүп-сарҙы төбәк операторы, район буйынса контейнерҙарға йәки тоҡтарға йыйып, бер урынға алып барып бушатып, сортҡа айырасаҡ. Бының өсөн Малаяҙ ауылы эргәһендә күсереп тейәү пункты төҙөү ҡарала. Икенсел сеймалға яраҡлы ҡалдыҡтар Өфөгә эшкәртеү өсөн оҙатыласаҡ, ҡалған сүп-сар Мәсәғүткә ТКО полигонына илтеп түгеләсәк. Ә бөгөн ауылдар янында булған сүплектәр, шул иҫәптән район үҙәгендәге лә, рекультивация эшләп, бөтөрөлөргә тейеш. Яңы тәртип былай ҙа эше күп булған ауыл хакимиәттәренә тағы ла мәшәҡәт өҫтәйәсәк. Ә халыҡҡа һәр бер өйгә яңыса түләүгә ай һайын квитанция киләсәк. Уның айлыҡ суммаһын 1 сентябргә тиклем Республика тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләйәсәк. Төбәк операторы вәкилдәре әйтеүенсә, сүп-сар өсөн хаҡ ярайһы ғына буласаҡ. Улар халыҡтан икенсел сеймалды йыйыуҙы ойошторорға ла ниәтләй, был иһә айлыҡ түләү суммаһын кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Законһыҙ сүплектәр менән экологтар ҙа, төбәк операторы ла шөғөлләнәсәк. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт ауылындағы территориаль комитеты етәксеһе Тимерхан Хисамов кәңәшмәлә белдереүенсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән яңы эш итеү барышында әлегә улар ярҙам күрһәтәсәк, был өлкәлә асыҡланған закон боҙоуҙар буйынса ҡаты язаға ла тарттырасаҡ.
Килде замана: сүп-сар өсөн дә түләйәсәкбеҙ. Ләкин был яңы индерелгән саралар тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына юл ҡуймау, сүп-сарҙы икенсел сеймал итеп эшкәртеүҙе яйға һалыу маҡсатын алға ҡуя.
Читайте нас: