Башҡортостанда 2030 йылға тиклем муниципаль райондарҙы социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса комплекслы стратегия төҙөлә. БР Стратегия комитеты ҡарары нигеҙендә республика Стратегик тикшеренеүҙәр институты ошо киләсәккә үҫеш планы эшләү менән шөғөлләнә. Улар 20 муниципаль стратегияны эшкәртә. Ошо сара сиктәрендә Малаяҙҙа район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнсығыш райондарының стратегик сессияһы үтте.
Пленар өлөштә район хакимиәте башлығы Марс Кашапов сарала ҡатнашыусыларҙы Салауат районының социаль-иҡтисади торошо менән таныштырҙы. Район үҫеше өсөн сәнәғәт объекттарын төҙөү, яңыртыу, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү һәм эшкәртеү, торлаҡ төҙөлөшөн арттырыу, инфраструктураны, ял һәм туризм индустрияһын үҫтереү ҙур этәргес булыуын билдәләне ул. Иң ҙур проект ул – район биләмәһендә “Янғантау” геопаркы булдырыу, тине. Шулай уҡ район башлығы беҙҙә 130 млн. һумдан ашыу суммала 12 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылыуын, быйылға тағы 8 проект планда булыуын әйтеп үтте.
БР Хөкүмәте Аппаратының махсус проекттары бүлеге мөдире Наил Хәлиуллин: “Дәүләт власы органдарына ил Президентының май указын үтәү бурысы ҡуйылған. Шул иҫәптән төбәк һәм муниципаль кимәлдәге стратегик маҡсаттарҙы билдәләү ҙә инә. Бында йәш ғалимдарҙың һәм тикшеренеүселәрҙең потенциалын файҙаланырға кәрәк”, – тине.
Башҡортостан Республикаһы Стратегия тикшеренеүҙәр институты һәм РОСТ институты ғалимдары, белгестәре төньяҡ-көнсығыш райондары биләмәһенең дөйөм бөгөнгө торошон күрһәтте.
– Был яҡ төбәкте “Уралдың йәшел утрауы” тип атарға мөмкин, – тине РОСТ институты эксперты Игорь Русаков. – Райондар ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса ныҡлап үҫешә ала. Төньяҡ-көнсығыш зонаһына үҙҙәренең брендын булдырып, тауарҙарҙы күрше Силәбе, Свердловск өлкәләренә тәҡдим итергә кәрәк.
Етештерелгәнде эшкәртеп, әҙер продукция сығарыу отошло буласаҡ, тип иҫәпләй эксперттар. Бының өсөн муниципаль-ара кооперацияларҙы йәйелдереү мөһим. Сығыштарҙан күренеүенсә, төньяҡ-көнсығышта Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары артта ҡалғандар иҫәбендә. Демографияһы төшә, халыҡ һаны миграция иҫәбенә кәмей, бигерәк тә йәштәр, йәш ғаиләләр ситкә китә.
Стратегия сессияһының пленар өлөшөнән һуң райондар төркәмдәргә бүленеп эшләне. Модераторҙар трендтар төҙөтөп, хәүефле яғын билдәләп, уны хәл итеү юлдарын ҡараны. Эксперттар урындарға сығып, муниципаль проекттар әҙерләп, уны БР Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағына тапшырасаҡ.