Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
9 Июль 2018, 16:58

Мал аҙығы әҙерләүгә фәнни ҡараш мөһим

Районда “йәшел ураҡ”ҡа старт бирелде

Хужалыҡтарға мал аҙығы әҙерләү осоронда кооперация системаһын ҡулланыу һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Былтыр райондың ҡайһы бер фермерҙары, берләшеп эшләп, етерлек күләмдә аҙыҡ запасы хәстәрләй алды. Яландағы үләнде ни тиклем тиҙерәк сабып алаһың, ошо майҙандарҙы икенсе тапҡыр файҙаланырға ла мөмкин. Район ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселәре һәм фермерҙарына мал аҙығы әҙерләүгә арналған семинар-кәңәшмәлә шундай тәҡдимдәр бирелде. Сара Нәсибаш ауылы биләмәһе яланында үтте.
– Һауа торошон көтмәгеҙ, үләнде бесәнгә йәки сенажға сабып алып, уны икенсе тапҡыр сабыуға әҙерләнергә кәрәк, – тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов.
Ул шулай уҡ тармаҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары тураһында ла бәйән итте.
– Мал аҙығы әҙерләүгә фәнни ҡараш мөһим. Бөгөн күп йыллыҡ үләндәрҙең майҙандарын яңыртыу талап ителә, – тине сығышында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов. – Эштә заманса бесән әйләндергестәр, йәнсегестәр (плющилка – ред.) ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Кемдәрҙең пресс-йыйғыстары бар, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ! Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек сараларын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Семинар-кәңәшмәлә район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Рәмил Хамматов, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире Мөнир Сабитов һ.б. сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар Нәсибаш ауылының 8 крәҫтиән-фермер хужалығының мал аҙығы әҙерләүҙә ҡулланылған техникаһы менән танышты. Шулай итеп, “йәшел ураҡ”ҡа төшөргә старт бирелде. Райондың ҡайһы бер хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләргә тотондо ла инде.
Читайте нас: