Бөтә яңылыҡтар
Кәңәшмәләр
3 Июль 2018, 10:19

Рухи мәҙәниәтте тергеҙергә кәрәк

“Янғантау” шифаханаһында фольклор экспедицияһына йомғаҡ яһалды

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­титуты ғалим­дары беҙҙең ра­йонда фольклор экспе­дицияһын ойошторҙо. Өлкән ғилми хеҙмәткәр, филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА етәкселегендәге коллектив районыбыҙҙың 15 ауылында булды. Улар, беҙҙәге “Янғантау” гео­паркы проектына ярашлы, урындағы диалект-һөйләш­тәрҙең, мәҙәниәттең, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең үҙенсәлеге, риүәйәттәр-легендалар тураһында материалдар тупланы. Шул экспедиция һөҙөмтәләре буйынса шифаханала кәңәшмә уҙғарылды.
– Был проект глобалләшеү, беҙҙең рухи ҡиммәттәр юғала барған дәүерҙә алдынғы идея ул, – тине Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Салауат районында булдырылған Рәсәйҙәге тәүге Геопарк хаҡында. – Ошо ерҙәр 1773 – 1778 йылдарҙа оло фажиғә кисергән. Шайтан-көҙәйҙәр, ҡыр-көҙәйҙәр, табындар һәм әйлеләр йәшәгән төбәктә халыҡтың генетик хәтерен ҡайтарырға кәрәк. Рухи мәҙәниәтте, традицияларҙы тергеҙмәй тороп, беҙ этно һәм социомәҙәниәтте ғәмәлгә ашыра алмаясаҡбыҙ.
Ғалимәнең әйтеүенсә, беҙҙең олатай-өләсәйҙәр “жәй”, “жил”, жыям” тип һөйләшкән урындағы диалект үҙенсәлектәре лә юҡҡа сығып бара, ошо һөйләште һаҡлағанда генетик хәтер тергеҙеләсәк. Шулай уҡ ул тыйыуҙар, ырымдар, төрлө йолаларға ла иғтибарҙы арттырырға ҡушты. Райондағы изге һәм иҫтәлекле урындарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген белдерҙе. Бөгөн ауылдарҙағы шишмәләрҙең заманса итеп эшләнеүе менән дә килешмәне.
– Шишмә ҡояшҡа ҡарап сыға, тиҙәр. Уны ҡыйыҡ аҫтына алыу, тимер свайҙар, бетон стена менән ҡаплау һыу сығанаҡтарының ҡороп юғалыуына килтереүе ихтимал, – тине Розалия Солтангәрәева.
Экспедицияла ҡатнашҡан вәкилдәр: фольклористика бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова, филология фәндәре кандидаты, Мөсәт ауылынан яҡташыбыҙ Фәнирә Ғайсина, ғилми хеҙмәткәр Рәфилә Зинурова, тел ғилеме бүлеге ғилми хеҙмәткәре Линара Ишкилдина һ.б. конференцияла уның тураһында үҙ фекерҙәрен белдерҙе, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Улар Салауат Юлаевты яугир ғына түгел, бөйөк шағир итеп танытырға, Байыҡ Айҙар сәсәндең данын таратырға тәҡдим итте. Ғалимдар Мөрсәлимдә ағинәйҙәр менән осрашып, Урмансыла этнойорт менән танышып, һабантуй алдынан “Бәй бәйләү” йолаһын башҡарыуҙы ҡарап, Ишембай яҡтарында һәм башҡа ауылдарҙа булып, Арҡауыл ауылында йәйге Нардуған байрамында ла ҡатнашты. Улар башҡорт милли мәҙәниәтен һаҡлаусы халыҡ коллективтары һәм айырым әүҙем кешеләрҙең булыуын билдәләне. Сөнки Геопарк өсөн халыҡтың боронғо традицияларҙы тергеҙеүҙә ҡатнашыуы бик мөһим.
Кәңәшмә һуңында “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев, экспедицияла ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, был эште артабан да бергәләп дауам итәсәктәрен белдерҙе.
Читайте нас: