Әлкә ауылындағы “Фуат” мәсетенә халыҡ әүҙем йөрөй. Унда төрлө байрамдар, исем ҡушыу, никах һәм башҡа саралар уҙғарыла.
Ауылға иман нуры таратып ултырған Аллаһ йортонда шул көндәрҙә Мәүлит байрамы ойошторолдо. Был сараға ла халыҡ күпләп килде. Имам-хатип Руслан Низамов Мәүлит байрамы тураһында һөйләне, аяттар уҡыны. Өҫтәлдәр тәм-томдан һығылып торҙо. Байрамға килгән һәр кем ауылдаштары менән һөйләшеп, һыйланып, иман нурҙары алып, мәсеттән ҡайтты.