Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Август 2019, 12:22

Иман нуры сәсә Аллаһ йорто

Кешеләрҙе донъяға Ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәгенә 20 йыл тулды. Мәсеттең юбилейы матур итеп уҙғарылып, мосолман ҡәрҙәштәр өсөн ысынында ҙур байрамға әүерелде.

Кешеләрҙе донъяға Ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәгенә 20 йыл тулды. Мәсеттең юбилейы матур итеп уҙғарылып, мосолман ҡәрҙәштәр өсөн ысынында ҙур байрамға әүерелде.

Сараға урындағы халыҡ, Өфөнән, төньяҡ-көнсығыш райондарынан килгән дин әһелдәре, имам-хатиптар йыйылды. Байрам мәсеткә нигеҙ ташын һалған яҡташыбыҙ Сәғит Фәйзуллиндың шиғыр юлдары менән башланды. Сараны асып, Мөҙәрис хажи Фәрхиев доға ҡылғандан һуң, Көнһылыу Ғәлиева Ислам диненең тарихы менән таныштырып үтте. Һуңынан һүҙ Мосолмандар Диниә назараты мөфтөйө урынбаҫары Фидан Ғәзизовҡа бирелде. Ул барыһына ла изге теләктәрен еткереп, бүләктәр тапшырҙы. Район хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың да теләктәрен бик йылы ҡабул иттеләр. Ул мәсеткә бүләккә балаҫ килтергәйне.

Мәсетте төҙөүҙә һәм һуңынан уны төҙөкләндереүҙә ҙур өлөш индергән, бөгөн баҡыйлыҡҡа күскән райондаштарыбыҙ иҫкә алынды, улар өсөн доға ҡылынды.

Аллаһ йортон төҙөүҙә ҡатнашҡан Ғафар Сафинға, Ринат Сәмиғуллинға, Закир Алсынбаевҡа һәм мәсет тормошона ҙур өлөш индергән бер төркөм райондаштарыбыҙға Маҡтау грамоталары тапшырылды. Бынан тыш, мәсеткә ярҙам иткән эшҡыуарҙар Зилә Әминева, Артур Хатымов, Исрафил Хәйров, Айҙар Хисмәтуллин да Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Салауат ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Лариса Азмағолова ла ҡотлап үтеп, грамоталар тапшырҙы. Ҡотлау менән шулай уҡ башҡа ҡунаҡтар, төньяҡ-көнсығыш райондары дин әһелдәре сығыш яһап, йылы һүҙҙәр, бүләктәр бирҙе.

Районыбыҙға йәм, бәрәкәт өҫтәп, тирә-яҡҡа иман нуры сәсеп торған Аллаһ йорто артабан да оҙаҡ йылдар эшләһен, унан халыҡ өҙөлмәһен.
Читайте нас: